Быйыл яҙҙың иртә килеүе, ямғыр булмауы урман янғындарының башҡа йылдарҙағынан алда башланыуына булышлыҡ итте.
Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың урман фондында 20 майҙа 23 муниципаль берәмектә бишенсе класлы янғын хәүефе һаҡлана: Әбйәлил, Әлшәй, Баймаҡ, Баҡалы, Балаҡатай, Белорет, Бөрө, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Дүртөйлө, Йылайыр, Илеш, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Фёдоровка, Хәйбулла, Саҡмағош райондары.
“Урмандың ҡоролоғо, көслө ел, ут сығыуға һәм уның тиҙ таралыуына булышлыҡ иткән башҡа шарттар юғары янғын хәүефенә килтерә. Тимәк, тәмәке төпсөгөн һүндермәйенсә ташлау йәки шырпы һыҙыуҙың да тәбиғәткә ҙур зыян килтереүе ихтимал”, — ти ведомство вәкилдәре.
Янғын хәүефе булған осраҡта, ваҡытты һуҙмайынса, шунда уҡ “112” һандарын йыйып, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырырға кәрәк.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының 2021 йылдың 14 майындағы бойороғона ярашлы, 15 майҙан 4 июнгә тиклем Әбйәлил, Белорет, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондарында граждандарға һәм транспорт сараларында урманға сығыу сикләнде.
Янғынға ҡаршы режим шарттарын боҙған кешеләргә – дүрт-биш мең, ойошма-предприятиеларға 300 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф янай.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы.