Дыуан районының Мәсәғүт ауылында йәшәгән 15 йәшлек Олеся Сафонованың 18 майҙа юғалғаны хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ул өйҙән сығып киткән дә ҡайтмаған.
Үҫмерҙе полиция һәм ирекмәндәр эҙләне. Етмәһә, ул, бөтәһен дә хәүефкә һалып, социаль селтәрҙәге диуарында “Ҡояш байыған саҡта китәм, хушлашыу яҙмаһын ҡалдырмайынса” тигән яҙыу ҡалдырған, шулай уҡ шомға һалған аватар-һүрәт ҡуйған: сәскә араһында - үҫмер ҡыҙ һөлдәһе.
Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҫмер иҫән-һау табылған – Өфөлә сауҙа комплексында йөрөп ятҡан. Уның ике көн буйы ҡайҙа булғаны әлегә билдәһеҙ.
Ҡыҙҙың иҫән-һау табылыуы ҡыуаныслы, әммә уның ошондай холҡо, яуапһыҙлығы хайран итте.