Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле республикала йылға-күл төптәрен сүп-сарҙан таҙартыу эштәре дауам итә. Бер көн эсендә генә ике-өс пляж тәртипкә килтерелә, тиҙәр.
Водолаздарға эштең ҙур өлөшө төшә. Һыу төптәрен ҡалдыҡтарҙан таҙартыу анһат түгел. Сүп-сар аяҡҡа урала, осло, быяла әйберҙәр хәүеф тыуҙыра. Водолаздарҙың береһе һыу төбөндә булһа, икенсеһе уны һағалап һаҡта тора. Ял итеү урындары йоғошһоҙландырыла. Һыу инеү миҙгеле асылыуы алдынан махсус комиссия пляждарҙың әҙерлеген тикшерергә тейеш.
Көндәр эҫе тороуға ҡарамаҫтан, ни өсөн әлегә һыу инергә ярамай? Белгестәрҙең әйтеүенсә, тышта түҙеп торғоһоҙ эҫе булһа ла, йылғаларҙа температура түбән. Тимәк, түҙергә ҡала. Һыу инеү миҙгеле 1 июндә рәсми асыласаҡ. Баш ҡалалағы ун пляж да шуға тиклем әҙер булыр тип көтөлә.
Рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүҙән тыйылырға, эскән килеш төшмәҫкә саҡырабыҙ. Ҡағиҙәләр ябай, тик уларҙы һанға һуҡмау сәбәпле бәхетһеҙлек осраҡтары кәмемәй. Былтырғы статистиканы ғына алайыҡ: республиканың һыу ятҡылыҡтарында 118 кеше һәләк булды, араларында әзмәүерҙәй ир-егеттәр ҙә, ҡараусыһыҙ балалар ҙа етерлек.