Хәүефһеҙлек
20 Май 2021, 17:00

Йәнә янғын...

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Йәнә янғын. Был юлы афәт Салауат ҡалаһында теркәлгән.
Бер йорттоң бишенсе ҡатындағы ике бүлмәле фатирҙың береһендә янғын сығыуы тураһындағы хәбәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы дежур бүлегенә 19 май таңғы 4 сәғәт 26 минутта килә. Утты һүндереүгә ун ике кеше һәм дүрт берәмек техника ебәрелә.
Хәүефле урындан ике кешене алып сығалар. Асыҡ янғынды 4 сәғәт 36 минутта, йәғни ун минут эсендә баҫыуға өлгәшәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡорбан бар - ҡотҡарыусылар 69 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен сығарған.
Янғын урынында тәфтиш-оператив төркөм һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тикшереүсеһе эшләй. Ут сығыу һәм ирҙең үлем сәбәптәре тикшерелә.

Фото: bashnews.ru
Читайте нас