Был көн Рәсәй тарихында ҡара тап булараҡ оҙаҡ йылдар һаҡланыр, моғайын. Күрше Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда булған ҡурҡыныс фажиғәгә тетрәнмәгән кеше ҡалмағандыр. 11 майҙа иртә менән 19 йәшлек үҫмер, ҡулына ҡорал алып, 175-се гимназияға килә һәм ут аса. Һөҙөмтә ҡот осҡос: туғыҙ кеше һәләк булды, 20-нән ашыуы йәрәхәтләнде.
Ғәзиз балаларын уҡырға ебәреп, мәңгегә юғалтҡан ата-әсәләрҙең ҡайғыһының ҙурлығын бер ниндәй һүҙ менән дә аңлатып булмай. Улар менән бергә тотош ил ҡайғыра. Әле фажиғәнән һуң ун көн ваҡыт үтеп тә китте. Сей яралар һаман ҡанһырай. Татарстан халҡы ошоға тиклем аңына килә алмай. Ҡурҡыу, аптырау, көсһөҙлөк хисе... Ни өсөн фажиғәгә юл ҡуйылды һуң? Теләгән һәр кем ҡорал тотоп мәктәпкә инә аламы? Ни өсөн уға ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт бирелгән? Нисек тыныс күңел менән баланы уҡырға ебәрергә? Һорауҙар күп, яуап булырмы...
Фажиғәнең нисек булыуын хәтергә төшөрөп китәйек. Оҙайлы ялдан һуң уҡыусылар мәктәпкә бара. 09.20 сәғәттә ҡулына мылтыҡ тотҡан егет гимназия бинаһына килеп инә. Ул саҡта бында 714 бала, 70 самаһы хеҙмәткәр була.
Иң ҙур бәлә 8 “А” класс уҡыусылары иңенә төшә. Иҫән ҡалған балалар аҙаҡ аяныслы хәлдең нисек булыуы тураһында бәйән иткән. Был ваҡытта уларҙа татар теле дәресе барған. Ҡапыл тауыш көсәйткес ҡулайлама аша директорҙың хәүефле тауышын ишетеп ҡалалар. Ул тиҙ арала кабинеттарҙың ишеген ябырға һәм коридорға сыҡмаҫҡа ҡуша.
Уҡытыусы шунда уҡ балаларға иҙәнгә ятырға әйтеп, асҡыс алырға китә, үкенескә ҡаршы, өлгөрмәй. Тап шул саҡта класҡа енәйәтсе килеп инә һәм мылтыҡтан балаларға ата башлай. Шаһиттар белдереүенсә, ул бер туҡтауһыҙ ут яуҙыра, патрондары бөткәс, яңыларҙы ҡуя ла йәнә ата. Ошо мәлдә иң хәүефһеҙ урын уҡытыусының өҫтәле аҫты була. Тап шунда йәшенгәндәр иҫән ҡала. Ошо мәлдә, күрше кабинеттарҙа атыу тауышын ишеткән балалар ҡурҡышынан тәҙрә аша һикерә башлай.
Ҡанһыҙ атыштың һөҙөмтәһе билдәле: 8 “А” класынан ете уҡыусы урында һәләк була. Был фажиғәлә ике уҡытыусының үлгәне лә билдәле. Енәйәтсе тәүҙә башланғыс класс уҡытыусыһы Венера Айзатованы үлтерә. Ҡатын бер нимә лә эшләп өлгөрә алмай: ул беренсе ҡатта дәрестәр теҙмәһен ҡарап торған. Вафат булған икенсе педагог – инглиз теле уҡытыусыһы Эльвира Игнатьеваның ул ваҡытта дәрестәре булмай. Аяуһыҙ рәүештә ҡоралдан атып йөрөгән кешене күргәс, ул егеттең ҡаршыһына сығырға тырыша. Әммә буш ҡул менән утлы ҡоралға ҡаршы тороп буламы һуң?.. Балаларҙы яратҡан изге күңелле, йәш, һылыу уҡытыусының ғүмере 26 ғына йәшендә коридорҙа өҙөлә.
Енәйәт ҡылған егеттең ошо уҡ гимназияны тамамлауы билдәле. Ул бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе ата башлаған саҡта, уҡыу йорто бинаһында уның элекке класс етәксеһе Әлфиә Мостафина ла була. Әйткәндәй, тап уның ире Мулланур мәктәпкә ингән ерҙә енәйәтсене күреп, туҡтатырға тырыша. Тик ул да, пуля эләгеп, йығыла. Бәхеткә, иҫән ҡала һәм әлеге ваҡытта Мәскәү ҡалаһында дауалана.
Был мәхшәр ун минуттан әҙерәк ваҡыт дауам итә. Ҡорбандар һанының күберәк булыуы ла ихтимал ине, тик вахтер ҡатын Тәскирә Әхмәҙуллина шунда уҡ хәүеф төймәһенә баҫа. Дүрт минут эсендә енәйәт урынына иң беренсе булып Росгвардия идаралығының ведомствонан тыш һағы хеҙмәткәрҙәре Дмитрий менән Рәфис килә. Улар, енәйәтсене ҡулға алып, полицияға тапшырғандан һуң, йәрәхәтләнгән кешеләргә ярҙам итә башлай.
Ҡорал һатып алыуға ҡаршы кәртә бармы?
Террорға ҡаршы эшмәкәрлек сиктәрендә киң матбуғат сараларына бындай хәл-ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан саҡта билдәле бер талаптарҙы үтәргә тәҡдим ителә. Мәҫәлән, бындай енәйәт ҡылған кеше тураһында ентекле яҙырға ярамай, уның исемен артыҡ файҙаланыуҙан ҡасырға, ҡоралының атамаһын күрһәтмәҫкә кәрәк. Был интернетта йәки ысын тормошта уны ҡабатлаусылар барлыҡҡа килмәһен өсөн эшләнә. Әммә йәштәр менән иҫкәртеү эше алып барғанда, аҙ булһа ла уның психологик портретын һүрәтләү ҙә ҡамасау итмәҫ.
Әлеге ваҡиғала шуныһы аптырата: ул – башҡа үҫмерҙәрҙән артыҡ бер нимәһе менән дә айырылмаған, ябай егет. Мәктәп фотоларында йылмайып тора, тыныс булған, матур уҡыған. Илназ үҙе ут асҡан мәктәптә белем алған. Уны тамамлағас, колледжға уҡырға ингән. Унда мәғлүмәт технологиялары өлкәһендәге белгес һөнәрен үҙләштергән, тик быйыл апрелдә, “ҡойроҡтары” йыйылыу сәбәпле, уҡыу йортонан ҡыуылған.
Үҫмер енәйәткә алдан әҙерләнгән. Фажиғәгә тиклем бер нисә көн алда телеграм-канал асып, “Бог” тип атаған. Унда кешеләрҙе “биомусор” тип нарыҡлаған, уларҙы үлтерергә саҡырған, пландарын да уртаҡлашҡан.
Шаһиттар белдереүенсә, енәйәтсе ғинуарҙан алып уҡырға йөрөмәгән. Ғаиләлә лә проблемалар булған: ул ата-әсәһенең тормошон түҙә алмаҫлыҡ хәлгә килтергән, ҡысҡыртып музыка тыңлаған, ишектәргә шаҡылдатҡан, уларҙы һанға һуҡмаған. Һөҙөмтәлә, үҙ-ара һыйыша алмайынса, улдарын яңғыҙын ҡалдырып, өлкәндәр ҡала ситендәге йорттарына күсеп киткән.
Уның үҙе эшләгән бомбаһы һәм мылтығы булған. Ҡорал йөрөтөүгә рөхсәтте апрелдә генә алған. Енәйәтсе гимназияға мылтығын ҡулында тотоп һәм болғап китеп барған. Әммә юлда осраған кешеләр быға иғтибар итмәгән.
Ҡулға алынғас, үҫмерҙе интернетта ла, телевидение аша ла күп күрһәттеләр. Беренсе һорау алыу ваҡытында ул үҙен тиле кеүек тота: аҡыра, бәйле ҡулдары менән аяҡтарын ысҡындырырға тырыша, теләһә нимә һөйләй. Күптәр ошо видеороликтар аша уға диагноз ҡуйып маташты – психоз, шизофрения... Тәжрибәле психиатрҙар енәйәтсегә ҡарата биргән аңлатмаларында уның ысынбарлыҡты инҡар итеүен, ғаиләлә проблемалар булыуын, шәхесенең аңында буталыу осраҡтарын күрә. Ә бына суд ваҡытында ул тып-тыныс була. Бер кем менән дә һөйләшмәй.
Был осраҡта енәйәтсе-үҫмерҙең яҡындарының битарафлығы аптырата. Быға тиклем тыныс егеттең холҡо үҙгәреүе, үҙен насар тота башлауы ни өсөн ата-әсәһенә уйланырға, уның менән аңлашып ҡарарға, белгестәргә мөрәжәғәт итергә этәргес бирмәгән? Колледжда ла ул ниндәйҙер секта тураһында һөйләгән бит. Быға ла бер кем дә иғтибар итмәгән. Интернетта яҙғандары ла эҙемтәһеҙ ҡалған. Күҙгә күренерлек проблемалары булған егеткә ни өсөн ҡорал йөрөтөүгә рөхсәт биргәндәр?..
Белгестәр фекеренсә, уны әллә ни тикшереп тә тормағандар. Ҡорал алыу өсөн “организмда психотроп һәм наркотик матдәләр юҡ” тигән медицина белешмәһе кәрәк. Уны дәүләт учреждениеһында ла, шәхси медицина ойошмаһында ла алып була. Хаҡы 560 һумдан башлана... Илназ тәртип буйынса участковыйға мөрәжәғәт иткән. Ул ҡоралды һаҡлау шарттарын тикшергән, әммә үҫмерҙең үҙен тотошона иғтибар итмәгән. Әйткәндәй, мылтығын ул Ҡазандан 150 километр алыҫлыҡтағы Йошкар-Ола магазинында һатып алған. Ҡорал магазины һатыусыһы уның үҙен ғәҙәти тотоуын, бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмауын билдәләгән.
Ҡорал һатыуҙы нисек контролдә тоторға һуң? Фажиғәнән һуң ошо хаҡта һөйләшеүҙәр күп булды һәм әле лә дауам итә. Мәҫәлән, ҡорал һатып алыу өсөн рөхсәт биреү йәшен күтәрергә, ҡорал хужаһының сәләмәтлек торошон психиатрия һәм наркология йәһәтенән даими рәүештә тикшереп торорға, рөхсәтте ғәмәлдән сығарыу тәртибен үҙгәртергә...
Мәктәптәребеҙ хәүефһеҙме?
Иң күп һорауҙы мәктәптәрҙәге хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләһе тыуҙыра. Ҡазандағы 175-се гимназияның ишек төбөндә вахтер ғына булған, һаҡ предприятиеһы хеҙмәттәренән етәкселек пандемия башланған осорҙа уҡ баш тартҡан булған.
Ә ишек төбөндә кемдәр ултыра? Пенсионерҙар, хәлһеҙ инәйҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар. Был хәл бер Ҡазанда ғына түгел шул. Яңы төҙөлгән заманса мәктәптәргә махсус пропуск менән генә инергә була. Ә иҫкерәктәренә? Кем теләй, рәхим ит.
Беҙҙә хәлдәр нисек? Күршеләрҙәге фажиғәнән һуң Башҡортостан мәктәптәрен террор хәүефһеҙлегенә сираттан тыш тикшереү башланды. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, әле министрлыҡ ҡарамағында 4050 белем биреү объекты бар. Уларҙың 51-е хәүефтең беренсе категорияһына ҡарай (унда 1100-ҙән ашыу кеше), икенсе категорияла – 198, өсөнсө категорияла – 1989 һәм дүртенсе категорияла – 1812 объект.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, министр белдереүенсә, республикала белем биреү объекттарын махсус һаҡлау буйынса күрһәткестәр юғары түгел. Объекттарҙың 60 процентында ғына ошондай һаҡ ойошторолған.
Бынан тыш, мәғариф учреждениеларын һаҡлау буйынса вәкәләттәр Росгвардияға тапшырылғандан һуң, мәктәптәрҙе техник һаҡлау буйынса хаҡтар бер нисә тапҡырға артҡан.
Белем биреү учреждениеларын һаҡлау кимәленең түбән квалификациялы булыуының икенсе сәбәбе – ауыл ерендә шәхси һаҡ ойошмаларының юҡлығы.
– Беҙҙә, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, мәктәптәр күп. Өс мәсьәләне хәл итергә кәрәк: мәктәптәрҙе техник йыһазландырыу, физик һаҡ һәм иң мөһиме – педагогтарҙың балалар менән эшләүе. Беҙҙең балаларҙың уйында нимә бар? Уҡытыусылар балаларға, үҫмерҙәрҙең тәртибенә, үҙен тотошона иғтибарҙы арттырырға тейеш. Тормош шуны күрһәтә: Ҡазандағы кеүек фажиғәне булдырмаҫҡа мөмкин ине, – тине Радий Хәбиров был темаға арналған һөйләшеү ваҡытында.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, тикшереү һөҙөмтәһендә, Стәрлетамаҡ менән Салауат кеүек ҙур ҡалаларҙа һаҡтың насар ойошторолоуы асыҡланған. Тап ошо ҡалалар һәм Өфө айырыуса ҙур иғтибарға алынырға тейеш.
Ҡазан фажиғәһе бар илде берләштерҙе. Башҡортостан шунда уҡ ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтергә әҙерлеген белдерҙе, ҡайғы уртаҡлашты. Ҡала һәм райондарҙа мемориалдар барлыҡҡа килде, кешеләр унда сәскә һәм уйынсыҡтар алып барҙы.
Берҙәмлек – яҡшы ғәмәл, әлбиттә, әммә сәбәбе насар. Илебеҙҙә башҡа бындай фажиғәләр булмаһын ине. Һәр кем үҙ урынында эшен еренә еткереп башҡарһа, аяныслы хәлдән ҡасыу мөмкин булыр, моғайын. Беренсе сиратта балаларға, үҫмерҙәргә иғтибар бирелергә тейеш. Ғаиләһендә барыһы ла яҡшы булған, дуҫтары һәм яҡындары күп, бәхетле бала ҡулына ҡорал алмаҫ, тип ышанайыҡ.