Хәүефһеҙлек
21 Май 2021, 08:00

Балаларҙы ағым алып киткән...

Пляжда ял итеүселәрҙең береһе шулай уҡ ҡыҙҙарға ярҙамға ташланған.

Өфөләге “Ҡояшлы” пляжынан үрҙәрәк урында һыуға бата яҙған ике баланы ҡотҡарғандар. 10 һәм 13 йәшлек ҡыҙ балаларҙы ағым суднолар йөрөгән яҡҡа алып киткән.
- Ҡотҡарыусылар был күңелһеҙ ваҡиғаға тиклем уларҙы был урында йөҙөргә ярамағанын иҫкәрткән. Былтыр бер баланың һәләк булыуын әйтеп, урындың хәүефле икәнлеген аңлатҡандар. Уларҙы бары “Ҡояшлы” пляжы биләмәһендә генә һыу инергә өндәгәндәр, - тип хәбәр иттеләр Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡотҡарыусылар ҡыҙҙарҙы ағым алып китеүен күреп, шунда уҡ катерҙа ярҙамға ашыҡҡан. Балалар ҡурҡыуҙан ярҙам һорап ҡысҡыра башлаған була. Пляжда ял итеүселәрҙең береһе шулай уҡ ярҙамға ташланған.
Ҡотҡарыусылар кеше бәләһенә битараф ҡалмаған егетте һәм балаларҙы катерға ултыртып, ярға алып сыҡҡан. Ныҡ ҡурҡҡан балаларҙы ата-әсәләренә тапшырғандар, медицина ярҙамы талап ителмәгән.
Йәй көндәрендә һыу инергә теләүселәрҙең күп булыуы билдәле. Тик хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгәндә генә күңелегеҙ тыныс, ялығыҙ ял булыр.
Фото: Граждандарҙы яҡлау идаралығы.
Читайте нас