Хәүефһеҙлек
21 Май 2021, 05:30

Кинәт йүгереп сыҡҡан

Октябрьскийҙан күңелһеҙ хәбәр килде. Асыҡланыуынса, балалар юл ситендә икәүләп торған, тик береһе...

Октябрьский ҡалаһынан күңелһеҙ хәбәр килде: һигеҙ йәшек ҡыҙҙы автомобиль бәрҙергән. Был хаҡта республиканың ЮХХДИ идаралығы хәбәр итә.
Хәл 18 майҙа Островский урамында булған. Бала ярамаған урындан йүгереп сығырға ниәтләгән, шул ваҡытта уны Citroen C4 автомобилендә 42 йәшлек ханым бәрҙереп киткән. Ҡыҙҙы төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатҡандар.
Юл-транспорт ваҡиғаһы видеотеркәү объективына эләккән. Күренеүенсә, балалар юл ситендә икәүләп торған, тик береһе кинәт юлға йүгереп сыҡҡан. Аяныслы хәлдән һуң ул бордюрға бәрелгән.
Ошоға оҡшаш хәл Шишмә районында ла теркәлгән. Renault Sandero автомобилендә водитель 14 йәшлек малайҙы бәрҙергән, әммә ярҙам итәһе урынға, ҡасып киткән. Баланы дауаханаға оҙатҡандар, йүнһеҙ водителде ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре тотҡан.
Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре ҡан менән яҙылған тип юҡҡа әйтмәйҙәр: ата-әсәләр балаларға юлдың үтә хәүефле булыуын, һаҡһыҙлыҡ, ҡабаланыу оло бәләгә килтереү ихтиаллығын төшөндәрһә ине.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас