Хәүефһеҙлек
21 Май 2021, 07:23

Вакцинаһыҙ еңеп булмай

Республикала ағымдағы йылдың ғинуарынан COVID-19-ға ҡаршы киң вакцинациялау кампанияһы башланғаны мәғлүм. Бихисап ваҡыт үтһә лә, йәмәғәтселектә был ғәмәлгә бәйле төрлө һорауҙар, шиктәр һаман күп.

Республикала ағымдағы йылдың ғинуарынан COVID-19-ға ҡаршы киң вакцинациялау кампанияһы башланғаны мәғлүм. Бихисап ваҡыт үтһә лә, йәмәғәтселектә был ғәмәлгә бәйле төрлө һорауҙар, шиктәр һаман күп. Әммә барлыҡ белгестәр, табиптар бер тауыштан ошо хәҡиҡәтте телгә ала: донъя буйынса миллиондарса ҡорбандарға килтергән коронавирус пандемияһын вакцинациялауһыҙ еңеү мөмкин түгел. Прививка сир таралыуын сикләй, ауырыуҙың ҡатмарлы эҙемтәләре барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймай.
Ниндәйен эшләтеүгә килгәндә, республикала “Спутник V” вакцинаһын яһаталар, сөнки “ЭпиВакКорона” тип аталған препарат төбәктә әлегә күп түгел.
“Спутник V” вакцинаһын Рәсәй донъяла тәүге булып теркәне, был хәл 2020 йылдың 11 авгусында булды. Унан ирекмәндәрҙә уның тәьҫире һәм хәүефһеҙлеге тикшерелде, өсөнсө этапта төрлө төбәктәрҙә йәшәгән табиптарға һәм педагогтарға яһалды. “Спутник V” вакцинаһының иммунитет бар­лыҡҡа килтереү ҡеүәте 93-95% тәшкил итә. Вакцина стандарт буйынса етештерелә – һәр ҡайҙа ла бер төрлө. Уны һаҡлауҙың температура режимы минус 18 градустан да юғарыраҡ булмаҫҡа тейеш.
Әлеге ваҡытта республикала вакцинациялау дауам итә һәм сәләмәтлеге, ғүмере хаҡында борсолған һәр кеше был мәсьәләгә етди ҡарарға тейеш.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Өфө­лә вакцинациялауға бәйле махсус акция иғлан ителде. Унда ҡатнашыуҙың шарты ябай: 14 майҙан 20 июнгә тиклем вакцинация пункттарының береһендә прививка яһатырға, үҙенсәлекле код менән флаер алырға һәм уны ufa-zdorov.ru сайтында теркәргә кәрәк.

23 июндә “Вся Уфа” телеканалында тура эфирҙа акцияла ҡатнашыусылар араһында ҡим­мәтле приздар уйнатыласаҡ. Улар араһында заман талаптарына ярашлы смартфон һәм баш ҡалала бер бүлмәле фатир ҙа бар.
Сараны Өфө ҡалаһын үҫтереү фонды ойошторған. Даланлымы һеҙ – прививка яһатығыҙ һәм үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ!
Читайте нас