Хәүефһеҙлек
22 Май 2021, 12:30

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Хәүеф беҙҙе һәр миҙгелдә һәм һәр урында һағалай. Күп нимә кешенең һаҡлығынан, иғтибарлылығынан, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүенән тора.

Хәүеф беҙҙе һәр миҙгелдә һәм һәр урында һағалай. Күп нимә кешенең һаҡлығынан, иғтибарлылығынан, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәүенән тора. Ут менән һаҡ эш итергә, йәйен-яҙын һыу ятҡылыҡтары янында үҙебеҙҙе дөрөҫ тоторға, һыу ингәндә рөхсәт ителгән ерҙәрҙе һайларға...
Көндәрҙең эҫе тороуы күптәрҙе һыу буйҙарына йәлеп итте, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләгә тарыусылар, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында батып үлеүселәр тураһында ла әленән-әле ишетелеп тора.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, 19 майҙа Саҡмағош районының Филипповка ауылындағы быуала 49 йәшлек ир батҡан.
Хәл-ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусыларға ирҙең үле кәүҙәһен генә сығарырға тура килә. Әлегә уның ни сәбәпле фажиғәгә тарыуы тураһында мәғлүмәт юҡ.
Фото: foto-planeta.com
Читайте нас