Хәүефһеҙлек
22 Май 2021, 13:00

Ҡатынды тапатҡан...

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары Балаҡатай һәм Ҡариҙел районындарында теркәлгән.

Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан белдереүенсә, бөгөн төндә Балаҡатай районында үлемесле авария теркәлгән. Юл-транспорт фажиғәһе Оло Ыҡтамаҡ - Яңы Балаҡатай автомобиль юлында була. Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәгән 61 йәшлек ир "Renault Duster" машинаһы менән 32 йәшлек ҡатынды тапата.
Йәйәүле "Ашығыс ярҙам" килгәнсә үк ваҡиға урынында йән биргән. Водитель әйтеүенсә, ҡатын юлда ултырған булған. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Йәнә бер үлемесле авария Ҡариҙел районында теркәлгән. Өфө ҡалаһынан 42 йәшлек ир "Баги Comanndor" ҡар-һаҙлыҡгиҙәрҙә юлдан ситкә осҡан һәм түңкәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда уҡ йән биргән.
Көн һайын республика юлдарында үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары булып тора, шуға күрә водителдәрҙе йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: юлдарҙа тиҙлек режимын арттырмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ"
Читайте нас