Хәүефһеҙлек
22 Май 2021, 05:00

Мотоциклда осҡандар...

Ҡатыны менән икәүләп оҙон юлға сыҡҡан булғандар.

"Харлей Дэвидсон" мотоциклына ултырып, Татарстан кешеләре сәйәхәткә сыҡҡан. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 20 майҙа кис ҡырын “Һамар - Өфө” трассаһында Октябрьский ҡалаһынан йыраҡ түгел ерҙә ҡиммәтле мотоциклда елдергән водитель юл фажиғәһенә тарыған. Етмәһә, яңғыҙы түгел, ҡатыны ла булған янында.
Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә ЮХХДИ-ҙың баш инспекторы Динар Ғилметдинов яҙып сыҡҡан. Баҡтиһәң, 32 йәшлек мотоциклсы ҡатынын ултыртып, Әлмәттән килә ятҡан. Юлда соҡорға тарып, техникаға идара итеүҙе юғалтҡан, шул сәбәпле бәләгә тарығандар. Бәхеткә күрә, икеһе лә иҫән, тик төрлө тән йәрәхәттәре алып, табиптарға мөрәжәғәт итергә тура килгән уларға.
Эйе, юғары тиҙлекле техникаға ултырһаң, юл ҡағиҙәләрен, тиҙлек режимын боҙорға ярамай шул. Хәүефһеҙлек үҙебеҙҙең ҡулда.
Фото ЮХХДИ.
Читайте нас