Йәй башланып та өлгөрмәне, һыуға батыусылар һаны көндән-көн артыуын дауам итә. Дүртөйлө ҡалаһынан 34 йәшлек ир, көндәрҙең эҫе тороуынан файҙаланып, Ағиҙел йылғаһында һыу инергә уйлай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға кире әйләнеп ҡайтырға тура килмәй, һыу аҫтына китә. Батҡан ирҙең кәүҙәһен ҡотҡарыусылар биш көн эҙләгәндән һуң ғына таба һәм алып сыға.
Республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт идаралығы йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: һыу инергә рөхсәт 1 июндән генә буласаҡ, шуға күрә йылға-күлдәрҙә һыу инеү тыйыла.