Хәүефһеҙлек
23 Май 2021, 10:30

Янғында бер ирҙең ғүмере өҙөлгән

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә янғын сығыу осрағы теркәлгән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн һайын тиерлек янғын сығыу осраҡтары теркәлә. Иң аяныслыһы шунда: янғында кеше ғүмерҙәре өҙөлә. Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттоң бер фатирында янғын сыға.
17.25 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына янғын сығыу тураһында хәбәр алына. Ваҡиға урынына тиҙ арала ҡотҡарыусылар һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәттәре ебәрелә. "Ҡыҙыл ут"ты ауыҙлыҡлауҙа бөтәһе 9 хеҙмәткәр һәм 3 берәмек техника ҡатнаша. Асыҡланыуынса, күп ҡатлы йорттоң бер бүлмәле фатирында ут тоҡанған була. "Ҡыҙыл әтәс" 4 квадрат майҙанды ялмап алырға ла өлгөрә. Ҡотҡарыусылар өс кешене хәүефле урындан алып сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндереп бөткәс, бүлмәнән 55 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.
Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, янғын сығыу осраҡтары асыҡлана, уның һаҡһыҙ тәмәке тартыуҙан да булыуы ихтимал тигән фараз да инҡар ителмәй.
Халыҡҡа даими рәүештә аңлатыу эштәре һәм мәғлүмәт биреү алып барылһа ла, янғындар һаны кәмемәй. Республикала көн һайын янғынға бәйле ваҡиғалар теркәлеп тора. Шуныһы ҡыҙғаныс: янғында кеше ғүмерҙәре өҙөлә...
Фото: "Башинформ"
Читайте нас