Хәүефһеҙлек
25 Май 2021, 14:00

Бөрйәндә урман яна...

Ут тиҙ таралған: бөгөн иртән 72 гектарҙы ялмап алған...

Көндәрҙең ҡоро тороуы республика урманда хәл киҫкен тора. 15 апрелдән 25 майға тиклем 85 урман янғыны теркәлгән һәм уларҙа 1232,575 гектар майҙан зыян күргән. Янғындарҙың 47 осрағында кешеләр сәбәпсе.
Шул иҫәптән һуңғы тәүлектә 77 гектар майҙанда ике янғын теркәлгән. Учалы урмансылығында биш гектар майҙан зыян күргән, уны һүндереүгә 22 кеше һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән. Бөрйән районында иһә 72 гектарҙы ут ялмап алған. Башҡортостан Урман хужалығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле уны һүндереүҙә 29 кеше, 13 берәмек техника йәлеп ителгән.
Мәғлүм булыуынса, 24 майҙа 13.00 сәғәт 26 минутта Бөрйән районының Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә Әсебар, Көньяҡ-Үҙән участка урмансылығында 15 гектар майҙанды янғын ялмап алғаны тураһында хәбәр итәләр. Янғын Килдеғол ауылынан 11 саҡрым алыҫлыҡта һәм уны тәбиғи кәртә – юл айырып тора. Ут тиҙ таралған: бөгөн иртәнге 7 сәғәт 26 минутҡа ҡарата 72 гектарҙы ялмап алған. Таулы район булыуы ла утты һүндереүгә ҡамасаулай. Эштә ҡатнашҡан кешеләр хәбәр итеүенсә, әле "ҡыҙыл әтәс"кә ҡаршы көрәшкә урындағы халыҡ та сыға башлаған.
Белорет районындағы Тирлән урмансылығындағы янғынды һүндергәндәр, унда 140 гектар майҙан зыян күргән. Бөрйән урмансылығында икенсе ерҙә тоҡанған утты ваҡытында һүндереп ҡалғандар, унда 1,66 гектарҙа урман фонды ере зыян күргән.
Әле лә республикала V класс янғын хәүефе һаҡлана. Ошоға бәйле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра, урманда йәки уның эргәһендә нимәлер янғанын күрһәгеҙ, шунда уҡ Урман һағының берҙәм телефонына – 8 (800) 100-94-00 йәки республика Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә – 8 (347) 218-14-14 – шылтыратығыҙ. Шулай уҡ, янғын хәүефе булған осраҡта, ваҡытты һуҙмайынса, шунда уҡ “112” һандарын йыйып, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырырға кәрәк.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының 2021 йылдың 14 майындағы бойороғона ярашлы, 15 майҙан 4 июнгә тиклем ҡайһы бер райондарҙа граждандарға һәм транспорт сараларына урманға инеү сикләнде. Янғынға ҡаршы режим шарттарын боҙған кешеләргә – дүрт-биш мең, ойошма-предприятиеларға 300 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф янай.
Фото: @mchsr
Читайте нас