Хәүефһеҙлек
25 Май 2021, 16:00

Чемпион фажиғәле һәләк булды

Был аяныслы хәл Ҡариҙел районында була. Спортсының ҡатыны һәм ике балаһы ҡалған...

Башҡортостанда үтә еңел авиация спорты буйынса өс тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, ошо спорт буйынса федерация рәйесе урынбаҫары Максим Семенов фажиғәле һәләк булды. Билдәле спортсыға 42 йәш ине.
Фажиғә ял көндәрендә Ҡариҙел районында була. Спортсы ҡар-һаҙлыҡта йөрөй торған “Баги"ға идара иткән саҡта юлдан оса. Ауыр транспорт уның өҫтөнә ауа. Спортсының шул урында ғүмере өҙөлә.
Максим Семенов төп спорт наградаларын ҡатыны Әлфиә менән бергә яулай. Улар өс йыл рәттән донъя чемпионы исеменә лайыҡ була. Һуңғы ҙур наградаһын спортсы 2018 йылда Венгрияла ала. Дельтапланда осоу менән бер рәттән, Максим Семенов парашют спорты менән дә шөғөлләнә, Башҡортостандың ошо спорт буйынса йыйылма командаһы составына инә.
Уның ҡатыны һәм ике балаһы ҡалған. Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын ураҡлашабыҙ. Ғүмер буйы экстремаль спорт төрҙәре менән шөғөлләнгән ирҙең ғүмере ошолай фажиғәле өҙөлөүе бик йәл.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас