Хәүефһеҙлек
26 Май 2021, 15:00

Батҡан, тигәйнеләр...

"Дим-2-лә беҙҙең мәктәп уҡыусыһы батҡан. Балаларығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, зинһар!" тигән яҙыу булғайны. Әммә, әйтеүҙәренсә...

Майҙың эҫе көндәренең береһендә ватсапта Димдә бер уҡыусы баланың һыуға батҡаны һәм ата-әсәләрҙән балаларын ҡарауһыҙ йылға буйҙарына ебәрмәүен үтенеп яҙған хәбәр йөрөнө.
Шулай уҡ Инстаграмда Геннадий Галустян исемле үҫмерҙең фотоһы һәм аҫтында "Хөрмәтле ата-әсәләр! Кисә Дим-2-лә беҙҙең мәктәп уҡыусыһы батҡан. Балаларығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ, зинһар!" тигән яҙыу барлыҡҡа килде. Әммә Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығында әйтеүҙәренсә, 23-24 майҙа һыуға батыусы булмаған.
23 майҙа баш ҡалала 15 йәшлек үҫмер - Геннадий Галустян юғалған. Был турала "Балаларҙы эҙләү" йәмәғәт ойошмаһы хәбәр итә. Үҫмер 23 май кис һыу инергә тип сығып китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Ҡотҡарыусылар уны һыу эсенән эҙләп тапмай. "Түләп инеү яғынан йылғаның 10 саҡрымдай араһы ҡаралды - һөҙөмтәһеҙ. Әммә йылға оҙон, шуға битараф булмаған кешеләрҙең ярҙам итеүен һорайбыҙ. Эҙләү төндә лә туҡталмай" тип яҙған малайҙың яҡындары.
Геннадийҙың билдәләре: буйы - 175 см, сәсе ҡара төҫтә, күҙҙәре һоро. Уның тураһында ниндәй булһа ла мәғлүмәт белеүселәр бар икән, полицияға йәки 89279698919, 89961065669 һандарына ("Балаларҙы эҙләү" ойошмаһының дежур номерҙары) шылтыратыуҙары һорала.
Фото: bashinform.ru
Читайте нас