Хәүефһеҙлек
26 Май 2021, 06:00

Ә ул бит бәхетле булырға ғына теләгән...

ти ҡатын-ҡыҙҙарҙың күрәләтә яңылыш аҙымға баҫып, үҙҙәре үк енәйәтселәрҙе йорттарына индереүе генә бер аҙ аптырата.

Сибай ҡалаһында ҡыҙғаныу арҡаһында йәнә бер күңелһеҙ хәл теркәлгән. 40 йәшлек ҡатын үҙенең бергә йәшәгән 37 йәшлек һөйәре менән ҡунаҡтан ҡайтып килгәндә, ир уны ҡыҙғанып, низағ башлай һәм урамда уҡ туҡмарға тотона. Өйгә ҡайтып еткәс тә, ир тынысланмай, киреһенсә ҡулына туҡмастаяҡ алып ҡатынға бер нисә тапҡыр ташлана. Туҡмалған ҡатын ул йоҡлап киткәс, әсәһенә бара һәм ашығыс ярҙам саҡырталар. Табиптар зыян күреүсенең яурыны, бер нисә урындан ҡабырғаһы һыныуын асыҡлай һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итә.
Ваҡиға буйынса енәйәт эше асылған, ғәйепләнеүсе ҡулға алынған. Әйткәндәй, ул быға тиклем дә күп тапҡырҙар хөкөм ителгән булған.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күрәләтә яңылыш аҙымға баҫып, үҙҙәре үк енәйәтселәрҙе йорттарына индереүе генә бер аҙ аптырата.
Фото:prokazan.ru
Читайте нас