Хәүефһеҙлек
27 Май 2021, 13:00

Янғында әсәле-уллы һәләк булды

Ҡатын әсе итеп сырылдаған янғын һүндереүсе ҡулайламаның тауышына һәм күршеһенең тәҙрәгә туҡылдатыуына уяна. Ул саҡта бөтә тирә-яҡ төтөнгә тулған була...

Бөгөн Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылында янғын сыға. Урынға саҡырылған янғын һүндереүселәр утты ярты сәғәт эсендә еңә. Әммә был ҡорбандарҙан ҡотолоу мөмкинлеге бирмәй. Емереклектәр араһында ир менән ҡатын кешенең кәүҙәләре табыла. Улар әсәй менән ул булып сыға.
Ғаилә башлығы тән бешеүе менән район үҙәк дауаханаһына ебәрелгән.
– Психологик ярҙам күрһәтеү өсөн урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы психологы ебәрелде. Шулай уҡ тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Ведомствоның тәүтикшереүсеһе һәм янғын лабораторияһы һынаусылары янғындың сәбәптәрен асыҡларға тейеш, – тинеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.
Тағы бер үлемесле янғын Әлшәй районының Гәйнәямаҡ ауылында бөгөн төндә сыға. Бында бер ҡатлы ағас йорт яна. Урынға килгән янғын һүндереүселәр тиҙ арала уны һүндерә.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, янғын башланған саҡта йортта ике кеше: ир менән ҡатын булған. Ҡатын әсе итеп сырылдаған янғын һүндереүсе ҡулайлама һәм күршеһенең тәҙрәгә туҡылдатыуына уяна. Ул саҡта бөтә тирә-яҡ төтөнгә тулған була. Күрше ҡатын тәҙрәне вата һәм ҡатынға сығырға ярҙам итә. Ире был ваҡытта янында булмай. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ул төтөнгә тонсоғоп һәләк була.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас