Хәүефһеҙлек
28 Май 2021, 03:58

Эш күпкә еңеләйә

“Дәүләт хеҙмәте” ҡушымтаһына автомобилдең “тарихы” яҙыласаҡ.

“Дәүләт хеҙмәте” ҡушымтаһы күпселек муниципаль һәм дәүләт хеҙмәттәрен компьютер йә телефон аша өйҙә, эш урынында ғына алыу мөмкинлеген бирә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү, документтар эшләтеү, алмаштырыу һәм башҡаларҙы тиҙ һәм бер ҡайҙа ла сыҡмайынса атҡарырға була. Тиҙҙән һәр автомобилдең “тарихын” – конвейерҙан сығыу мәленән алып утилләштереүгә тиклем ошо ҡушымта аша белеп буласаҡ.


Транспортты хеҙмәт аша һатып алыу, иҫәпкә ҡуйыу, номер алыу, штраф һәм һалымдарҙы түләү мөмкинлеге лә буласаҡ. Сиратһыҙ, оҙаҡ көтмәйенсә, еңел һәм иң мөһиме – хәүефһеҙ алым. Был хаҡта ентекләберәк ЮХХДИ хеҙмәтенең баш дәүләт инспекторы Динар ҒИЛМЕТДИНОВ һөйләй.


Бер ҡыйынлығы ла юҡ...


– ЮХХДИ хеҙмәтендә автомобилде теркәү, имтиханға яҙылыу, автомобилде һатҡандан һуң 10 көн үткәс, уны теркәүҙән төшөрөү – был хеҙмәттәрҙең барыһын да “Дәүләт хеҙмәте” порталы аша эшләп буласаҡ. Ә дәүләт пошлинаһына был осраҡта 30 процент ташлама биреләсәк. Мәҫәлән, водитель таныҡлығы 2000 һум урынына 1400 һум торасаҡ, автомобилде теркәү менән дәүләт номеры биреү 2850 һум урынына 1995 һумға төшәсәк. Бынан тыш, портал аша теркәлгәндә үҙегеҙгә уңайлы ваҡытты һайлай алаһығыҙ. Был сират булдырмау өсөн эшләнә, – тип билдәләй Динар Заһит улы.
“Дәүләт хеҙмәте” порталында теркәлгәндәр уның нисек эшләгәнен һәйбәт белә. Ә теркәлеү үтмәгән булһағыҙ, ҡулланма тәҡдим итәбеҙ:

u Теркәлеү өсөн СНИЛС, паспорт, кеҫә телефоны, электрон почта кәрәк буласаҡ;

u Браузерҙа gosuslugi.ru битен асабыҙ;

u “Теркәлеү” төймәһенә баҫабыҙ;

u Фамилия, исем, атайығыҙҙың исемен, телефон һандарын, электрон адресты йыйырға кәрәк;

u Теркәлеүҙе үтергә кәрәклеген белдергән төймәгә баҫабыҙ;

u Анкетаны тултырыу өсөн активация төймәһенә баҫабыҙ;

u Экранда килеп сыҡҡан форманы тултырабыҙ;

u Эште тамамлайбыҙ.
Бер ҡыйынлығы ла юҡ. Барыһын да эшләгәс, бер килке көтөргә кәрәк. Һеҙҙең анкетаны тикшергәс, порталда сәхифәгеҙ булдырыласаҡ. Сайттың ҡайһы бер ресурс­тары өсөн шәхесте иҫбатлау кәрәк буласаҡ. Быны электрон-һанлы ҡултамға эшләп атҡарырға була. Йәки почта аша код һоратып, халыҡты хеҙмәтләндереү үҙәгенә мөрәжәғәт итеп алырға мөмкин.
Был интернет-портал төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү даирәһен йылдан-йыл арттыра. Уның мөмкинлектәренән тиҙерәк файҙалана башлау зарур. ЮХХДИ идаралығының баш инспекторы Динар Ғилметдинов дәүләт һалымдарын һәм штрафтарҙы бары тик “Дәүләт хеҙмәте” сайты аша ғына эшләргә кәңәш итә. Был осраҡта ташламалар ҙа ҡаралғанын онотмағыҙ.


“Балалар ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ”


– ЮХХДИ хеҙмәтенең Баш дәүләт автоинспекторы итеп 2005 йылда тәғәйенлән­гәйнем. Шул йылда балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында 700 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. 31 бала һәләк булды, 697-һе төрлө тән йәрәхәте алды. Юл-транспорт ваҡиғаһында балаларҙың имгәнеүе республиканың күпселек ҡала һәм райондарында күҙәтелде, айырыуса Өфө ҡалаһында хәл ҡатмарлы ине. Аварияларҙың яртыһы балаларҙың ғәйебе менән килеп сыға торғайны: улар рөхсәт ителмәгән ерҙә юлды сығып маташа, велосипедта йөрөгәндә юл ҡағиҙәләрен даими рәүештә инҡар итеү, хатта үҫмерҙәрҙең рулгә ултырыу осраҡтары йыш булды, – тип һөйләй Динар Заһит улы.
Республикалағы ошо аварияларға килтергән сәбәптәрҙе барлап, төп шарттарҙы билдәләп ентекле эш башлана. Шул уҡ ваҡытта балалар һәм үҫмерҙәр араһында юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен белмәү күҙгә салына һәм мәктәптәрҙә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәтә башлайҙар.

– Башҡортостандың Мәғариф министрлығы менән бергә балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе юл ҡағиҙәләренә өйрәтеү, уларҙа был мәсьәләгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында төрлө саралар һәм конкурстар үткәрә башланыҡ. Матбуғат саралары менән тығыҙ эшләү һәм социаль рекламаны арттырыу балаларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтарын кәметте, тип ҡурҡмай әйтергә була.
Ошо йылдарҙа балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларының һаны, шул иҫәптән үлеү осраҡтары ла ике тапҡырға кәмене. Иң мөһиме – балаларҙың иғтибар­һыҙлығы йәки ғәйебе арҡаһында килеп сыҡҡан бәхетһеҙлек осраҡтарының һаны күпкә кәмене. Мәҫәлән, 2020 йылда уларҙың һаны 91 булған. Ә 2005 йылда был һан 290 ине! – ти ул.
ЮХХДИ идаралығының дежур часына көн һайын тиерлек балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында хәбәр итәләр. Баш дәүләт автоинспекторы был хәбәрҙәрҙе һәр саҡ ауыр ҡабул итә, йыш ҡына уларға үҙе сыға.
– Ошо йылдың башынан республика юлдарында һигеҙ баланың ғүмере өҙөлдө. Фажиғәлә һәләк булған бәлиғ булмағандарҙың барыһы ла пассажир. Балалар ҡатнашлы­ғындағы ун аварияның алтыһында улар пассажир булған. Йәмғеһе балалар ҡатнаш­лығында йыл башынан 83 авария теркәлгән, шуларҙың 51-ендә кескәйҙәр пассажир булған. Был һандар нимәне дәлилләй? Әлбиттә, ғәйеп өлкәндәрҙә икәнен. Балалар был ауыр хәлгә өлкәндәрҙең ғәмһеҙлеге арҡаһында тарый. Балалар ҡатнашлығында теркәлгән ҡалған 32 авария – ул йәйәүлене бәрҙереү. 13 осраҡта бәхетһеҙлек балалар юлды йәйәүлеләр өсөн үткәүелдән сыҡҡан ваҡытта булған, – тип әсенә Динар Заһит улы.
Беҙҙең, өлкәндәрҙең, төп бурысы – балаларҙы ошо хәүефтән һаҡлау. Юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү, иғтибарлылыҡ һәм яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләү. Шулай ҙа һуңғыһы өлкәндәргә күберәк ҡағыла. Балалар ҡатнашлығындағы һәр һигеҙенсе авария балаларҙың ғәйебе менән килеп сыҡҡан. Башҡаларында өлкәндәр ғәйепле.
– Гәзит аша водителдәргә мөрәжәғәт иткем килә: балалар ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ һәм юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Юлда бәләкәй йәйәүлене күреү менән тиҙлекте кәметергә кәрәк, сөнки күпселек осраҡта уларҙың артабанғы хәрәкәтен күҙаллап өлгөрөп булмай. Йәйәүлеләр үткәүеленә, йәмәғәт транспорты туҡталышына, парк һәм сквер, балалар майҙансығына яҡынлашҡан ваҡытта ла тиҙлекте кәметегеҙ. Ихаталарҙа йөрөгәндә лә шулай эшләгеҙ. Әгәр балаларҙың артабанғы хәрәкәте һеҙгә аңлашылмай икән, сигнал биреүҙән ҡурҡмағыҙ. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгән осраҡта йәйәүлеләрҙең, водителдәрҙең ғүмерен, һаулығын һаҡлап ҡалып буласаҡ, – тип кәңәштәрен бирә Динар Заһит улы.

Ҡәҙерле ата-әсәләр! Иртән балаларығыҙҙы оҙатҡанда юл ҡағиҙәләрен көн һайын ҡабатлағыҙ. Юлды ҡайһы ваҡытта һәм нисек үтергә кәрәклеген аңлатығыҙ. Юл ситендә уйнарға ярамағанлығын төшөндөрөгөҙ. Алда – оҙайлы йәйге каникул. Скутер, монобайк, сигвей кеүек транспорттың хәүефе тураһында йәнә бер тапҡыр ҡабатлағы килә. Иң мөһиме – балаларға үҙ миҫалығыҙҙа өлгө күрһәтегеҙ.
Читайте нас