Ике көн элек Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына “112” телефоны буйынса Өфө ҡалаһының Калинин, Орджоникидзе, Октябрьский, Совет райондары урамдарында химик еҫ сығыуы хаҡында мәғлүмәттәр килә башлаған. Асыҡланыуынса, Өфө районының Черкассы ауылы янында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында сүп-сар янған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле лә 50 квадрат метр майҙанда ут быҫҡыуын дауам итә, уны киске сәғәт 6-ға тиклем һүндерергә тейештәр. Әйткәндәй, был полигондың майҙаны 50 гектарға тиң.
Полигондағы янғынды һүндереүҙә ауырлыҡтар ҙа бар, сөнки ҡалдыҡтар араһында ҡалған һауа уттың артабан таралыуына булышлыҡ итә. Утты һүндереүгә янғын һүндереүселәр һәм башҡа ойошмалар йәлеп ителгән. Бульдозер һәм махсус техника ут сигенә ер һалып һәм материалдарҙы тығыҙлап, сығанаҡҡа һауа юлын ябыу менән мәшғүл.
Ғөмүмән, полигонда янғын һүндереү ҙур ауырлыҡ тыуҙыра, сөнки унда яныусан әйберҙәр йыйыла. Етмәһә, улар зыянлы матдәләр бүлеп сығара. Ташланған әйберҙәрҙең 50 проценты органик әйберҙәр, улар ҙа тарҡалғанда 76-80 процент метан газын сығара. Янған саҡта метан утты көсәйтеүгә булышлыҡ итә, тип аңлата ведомствоның матбуғат хеҙмәте.