Хәүефһеҙлек
28 Май 2021, 04:01

Өс бәлә һағалай – һыу, ут, юл

Тиҙҙән мәктәп балаларының көтөп алынған оҙайлы ялы башлана. Статистика күрһәткестәренә ярашлы, тап ошо осорҙа балалар ҡатнашлығында бәхетһеҙлек осраҡтары күбәйә. Балаларҙы өс бәлә – һыу, ут, юл – һағалай.

Тиҙҙән мәктәп балаларының көтөп алынған оҙайлы ялы башлана. Статистика күрһәткестәренә ярашлы, тап ошо осорҙа балалар ҡатнашлығында бәхетһеҙлек осраҡтары күбәйә. Балаларҙы өс бәлә – һыу, ут, юл – һағалай.


Әлбиттә, уларҙың именлеге өсөн тәү сиратта өлкәндәр яуаплы. Үҫмерҙәрҙең мәшғүллеген ҡай­ғыртыу, ялын ойоштороу зарур. Шунһыҙ уларҙы урам көтә. Ә унда бәлә һағалай. Айырыуса юлдарҙа һаҡ булырға кәрәк. Бынан ун йыл самаһы элек балалар йөрөгән берҙән-бер транспорт велосипед ине. Хәҙер иһә үҫмерҙәрҙе ылыҡтырған скутер, электр самокаттары бермә-бер артты. Тәжрибәһеҙ водителдәр йыш ҡына автомобилгә идараны юғалтып, аварияға юлыға.


Һуңғы бер нисә йылда район-ҡалаларҙа хәүефһеҙлек сараларын күреү өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнә: һыу инер өсөн махсуслаштырылған урындар булдырыла, йәйәүле үткәүелдәренә билдәләр ҡуйыла. Быларҙың барыһы ла бәхетһеҙлек осраҡтарын кәметә.

Ҡазаны булдырмаҫ өсөн, тә­биғәттә ял иткәндә күҙәтергә кә­рәкле ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөгөҙ:


l күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында, балағыҙҙың нимә менән шөғөлләнеүен күҙәтеүгә алығыҙ, айырыуса янғын хәүеф­һеҙлегенә иғтибар бүлегеҙ;


l кесе йәштәге бала даими йәшәгән урынының адресын һәм телефон номерын белергә тейеш. Балағыҙҙы мобиль телефонды ҡулланырға өйрәтегеҙ, кәрәк саҡта ул “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә һәм эш урынығыҙға шылтырата алһын. Өйөгөҙҙә, телефон эргәһендә кәрәкле телефондар яҙылған ҡағыҙ ҡалдырығыҙ һәм балағыҙға ниндәй осраҡтарҙа уларҙы ҡулланырға мөмкинлеген аңлатығыҙ. Янғын сыҡҡан мәлдә урамға сығырға һәм башҡаларҙы ярҙамға саҡырырға кәрәклеген, йәшенеп ултырырға ярамағанлығын өйрәтегеҙ;


l шырпы һәм тоҡандыр­ғысығыҙҙы балаларҙың ҡулы теймәгән урында һаҡлағыҙ, үҙаллы газ һәм электр приборҙарын ҡулланырға, мейес яғырға рөхсәт итмәгеҙ;


l мөмкин булһа, өлкән ағай-апайҙарына кескәйҙәргә күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушығыҙ, бәләкәстәрҙе өйҙә яңғыҙын ҡалдырмағыҙ;


l икенсе ауылға ҡунаҡҡа ебәр­гәндә йә иһә өйҙә ҡалдырғанда, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡат-ҡат иҫтәренә төшөрөгөҙ, сөнки нәҡ сарлаҡта, бесәнлектә, һарайҙа шырпы менән уйнау, ҡоро үләнде, тал мамығын яндырыу – балаларҙың яратҡан “шөғөлө”;


l балаларығыҙға ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙҙәрен тотоу ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ, уларҙың әҙерлеген даими тикшерегеҙ, үҙегеҙ ҙә һәр саҡ дөйөм ҡағиҙәләргә таянып эш итеп, кескәйҙәрегеҙгә өлгө булып тороғоҙ.


Фото: pixabay.com
Читайте нас