24 май Өфөнөң Рихард Зорге урамындағы бер йорттоң ихатаһында 12 йәшлек бала уйнап йөрөгәндә футбол ҡапҡаһына тотонған. Ҡапҡа уйламағанда ҡуҙғалып, баланың өҫтөнә ауған.
Баш йәрәхәте алған малайҙы дауаханаға алып киткәндәр, әле ул табиптар ҡарамағында.
Өфөнөң Октябрь районы буйынса Тәфтиш комитеты "Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәтеү" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Тикшереү барышында шаһиттарҙан һорау алына, ҡапҡаның техник яраҡлылығы тикшерелә, һөҙөмтәлә уйын майҙансығында хәүефһеҙлек талаптарының үтәлеше өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең тәртибенә хоҡуҡи яҡтан баһа биреләсәк, тип хәбәр итәләр Тәфтиш комитетында.