Иртәгә, 1 июндә, “Ҡашҡаҙан” паркында бәләкәй АЗС төрөндә башҡарылған балалар автоҡаласығы асыласаҡ.
Функциональ өлөшөнән тыш, уның үҙенсәлеге – биҙәлешендә. Автоҡаласыҡ ӨФӨ һүҙе яҙылышы формаһында башҡарылған. Әйткәндәй, был - донъяла башҡорт телендәге иң ҙур ландшафт дизайны.
Һәр хәреф асфальт юлы өлөшө булып тора, уларҙа электромобилдәрҙә йөрөп була. Рәсәй рекордтары реестры вәкилдәре хәрефтәрҙең үлсәмен теркәгән – 10,8-гә 32,5 метр. Һөҙөмтәлә уны рекорд итеп теркәгәндәр һәм тейешле сертификат биргәндәр.
Автоҡаласыҡта һәр бала үҙен АЗС операторы тип хис итә ала, шулай уҡ электромобилдә йөрөп, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүен ғәмәлдә файҙалана аласаҡ.
Аттракцион “Лукойл” компанияһы менән Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәтенең берҙәм проекты ярҙамында барлыҡҡа килгән.
Сара иртәгә 10.00 сәғәттә башлана.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.