Хәүефһеҙлек
1 Июнь 2021, 16:15

Башҡортостанда 120 пляж асыла

"Батып үлгәндәр һаны арта, шул уҡ ваҡытта пляждарҙы йыһазландырыу һәм асыу буйынса эш әле булһа тамамланмаған".

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комиссияһы ултырышы булды. Унда һыу объекттарында кешеләрҙең хәүефһеҙлеге мәсьәләһе тикшерелде.
Ирек Сәғитов, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, планлаштырылған бөтә пляждарҙы тикшереү һәм асыу, иң мөһиме – һыу ингәндә кешеләрҙең һәләк булыуына юл ҡуймау буйынса эште ваҡытында башҡарыу зарурлығын билдәләне. Вице-премьер һыу ҡорбандары буйынса мәғлүмәт бирҙе. 1 июнгә ҡарата республика йылға-күлдәрендә 12 фажиғә теркәлгән, 10 кеше, шул иҫәптән өс бала батып үлгән. 24 – 30 майҙа һыуҙа ике кешенең, шул иҫәптән бер сабыйҙың ғүмере өҙөлгән.
"Бөгөндән республикала һыу инеү миҙгеле асылды. Батып үлгәндәр һаны арта, шул уҡ ваҡытта пляждарҙы йыһазландырыу һәм асыу буйынса эш әле булһа тамамланмаған. Тиҙләтеүҙе һәм ошо аҙнала пляждарҙы асыуҙы һорайым", – тине Ирек Сәғитов, муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.
Ул шулай уҡ һыуҙа хәүефһеҙлек өсөн яуаплы барлыҡ хеҙмәттәрҙең бурыстарын теүәл үтәргә тейешлеген билдәләне.
Кәңәшмә аҙағында пляждарҙы 5 июнгә тиклем асырға, һыу буйындағы күмәк ял урындарында патруллек итеүҙе, муниципалитеттарҙа административ комиссияларҙың даими эшен ойошторорға тигән күрһәтмә бирелде.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=51686
Читайте нас