Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
1 Июнь 2021, 19:00

"Мин был ауылға бармай ҡала алманым..."

Радий Хәбиров Мәсетлелә ат арбаһында китеп барғанда ҡазаланған кешеләрҙең ауылына барҙы. Ул ниндәй ҡарарҙары хаҡында белдерҙе?

Уҙған ялдарҙа Мәсетле районында булған ҡурҡыныс авария республика халҡын шаңҡытты: милли кейемдәр кейеп, гармунға ҡушылып йырлап ат арбаһында китеп барған кешеләрҙе автомобиль бәреп киткәйне.
Райондың Яңы Мөслим ауылынан булған һигеҙ кешенең бишеһе төрлө йәрәхәттәр алған, бер ҡатын аяҡһыҙ ҡалған. Ныҡ ҡазаланған меҫкен атты иһә сараһыҙҙан яһалма рәүештә үлтерергә мәжбүр булғандар. Кешеләр ҙур мөғжизә менән генә иҫән ҡалған.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәр аша ошо хәлгә бәйле фекерҙәре менән уртаҡлашты.
“Ауыл кешеләре яҡшы кәйефтә, гармунда уйнап, милли кейемдәр кейеп “Кәкүк сәйе” милли байрамына китеп барған... ә уларҙың өҫтөнә ҙур тиҙлектә автомобиль килеп бәрелә. Аллаға шөкөр, бер кем дә һәләк булманы, әммә арбала ултырғандарҙың бөтәһе лә тиерлек ауыр йәрәхәттәр алды.
Мин был ауылға бармай ҡала алманым. Кешеләргә нисек булһа ла ярҙам итер өсөн. Йәрәхәтләнгәндәрҙең барыһын да етди дауалаясаҡбыҙ тип һөйләштек. Беҙҙең иҫәпкә протез алып бирәсәкбеҙ. Емерелеп бөткән һәм биш йыл буйы ябыҡ торған клубты быйыл төҙөй башлаясаҡбыҙ. Ауылда юлды йүнәтәсәкбеҙ, ҙур булмаған парк эшләйәсәкбеҙ. Республикабыҙҙа беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаныҡ һәм ташламаясаҡбыҙ”, - тип яҙҙы республика етәксеһе.
Фото: Радий Хәбировтың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһе.
Читайте нас в