Хәүефһеҙлек
1 Июнь 2021, 06:30

Тәлғәтте дүртенсе көн эҙләйҙәр

Асыҡланыуынса, ул бер кемгә лә әйтмәйенсә өйҙән сығып киткән һәм...

Баш ҡалала дүртенсе тәүлек рәттән йәш егетте эҙләйҙәр.
25 йәшлек Тәлғәт Ярышев 28 майҙа уҡ юғалған: бер кемгә лә әйтмәйенсә өйҙән сығып киткән һәм эҙһеҙ ғәйеп булған.
Туғандары борсолоуҙан үҙҙәренә урын тапмай, улар хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт иткән.
Әлеге ваҡытта егетте “Лиза Алерт” ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе эҙләү менән шөғөлләнә, тап улар мәғлүмәт тарата.
Тәлғәттең билдәләре түбәндәгесә: буйы 160 сантиметр самаһы, көрән сәсле, көрән күҙле.
Ҡыҙыл төҫтәге куртка-ветровка, йәшел футболка, күк джинсы, күк кроссовки кейгән булған.
Әгәр ҙә фотоһүрәттәге егетте ҡайҙалыр күрһәгеҙ, йә уның тураһында мәғлүмәт белһәгеҙ, 8 800 700 54 52 телефоны буйынса шылтыратып, ирекмәндәргә хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото “Лиза Алерт” төркөмөнән.
Читайте нас