Бөгөн Өфөләге “Ҡашҡаҙан” паркында бәләкәй АЗС төрөндә башҡарылған балалар автоҡаласығы асылды. Сара Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналды.
Автоҡаласыҡты асыу тантанаһында баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников, “Лукойл-Уралнефтепродукт” компанияһының генераль директоры Айҙар Әбүзәров, Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов һәм башҡалар ҡатнашты.
"Киләсәктә балаларҙың автоҡаласығы юлдарҙағы хәүефһеҙлеккә ҙур нигеҙ булһын", – тине Сергей Плотников.
Автоҡаласыҡта электромобилдәр трассаға оҡшап торған асфальт юлдарҙан йөрөй. Аттракциондың тағы бер үҙенсәлеге – уның биҙәлешендә. Автоҡаласыҡ ӨФӨ һүҙе формаһында төҙөлгән. Әйткәндәй, был - башҡорт телендәге иң ҙур ландшафт яҙыуы.
Балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнергә 114-се белем биреү үҙәгенең “Засветись!” йәш хәрәкәт инспекторҙары ярҙам иткән.
"Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә бәләкәй балаларҙы өйрәтергә тәҡдим иткәс, уйлап та тормай ризалаштым", – ти Азалия Сәмиғуллина.
Тантана һуңында, йола буйынса, ҡунаҡтар ҡыҙыл таҫманы киҫте һәм бәләкәйҙәргә автоҡаласыҡҡа юл асты. Октябрь районының ижади коллективтары күңелле йыр-моңо менән байрамға йәм өҫтәне.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.