Хәүефһеҙлек
2 Июнь 2021, 06:00

Хыял фажиғәгә килтергән

Йәненә оҡшаған мотоциклды һатып алғас, уға ултырып, ҡайтырға сыҡҡан. Тик бормалы таулы юлдарҙа тәжрибәһе етмәгәнме...

Ҡайһы саҡта хыялға ынтылыу фажиғә менән тамамланыуы ихтимал.
Белорет районында йәшәүсе 40 йәшлек ир күптән мотоцикл хаҡында хыялланған булғандыр, күрәһең. Ниһайәт, ул үҙенә оҡшаған транспорт сараһын Инйәр ҡасабаһында тапҡан, уны барып алырға тип юлға сыҡҡан.
Һатып алғас, кисә киске һигеҙҙәр тирәһендә мотоциклға ултырып, ҡайтырға сыҡҡан.
Тик бормалы таулы юлдарҙа тәжрибәһе етмәгәнме, башҡа сәбәпме – ир "Wels-250” мотоциклына идараны юғалтҡан һәм юл ситендә ҡуйылған сикләүсе кәртәгә һуғылған.
Хәл Өфө-Инйәр-Белорет юлының 186-сы километрында теркәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 40 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе урында уҡ һәләк булған.
Республиканың ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ирҙең водитель танытмаһы булмаған, транспорт сараһы ла тейешле тәртип буйынса теркәлмәгән. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.
Фото ЮХХДИ идаралығы начальнигы Д. Ғилметдиновтың блогынан.
Читайте нас