Хәүефһеҙлек
2 Июнь 2021, 18:15

Мотоциклдар ҡатнашлығында авариялар артҡанлыҡтан...

Бөгөн баш ҡалабыҙ Өфөлә “Мотоцикл” иҫкәртеү сараһы башланды.

Бөгөн Өфөлә “Мотоцикл” иҫкәртеү сараһы башланды.
Өс көн дауамында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре мотоциклдар ҡатнашлығында юл-транспорт хәл-ваҡиғаларын иҫкәртеү өсөн был төр траспортта йөрөгән водителдәргә айырыуса иғтибар итәсәк, тип хәбәр итәләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Мәғлүм булыуынса, быйыл биш айҙа Өфө биләмәһендә мотоциклдар ҡатнашлығында 15 авария теркәлгән һәм уларҙа 17 кеше зыян күргән. Шул иҫәптән дүрт осраҡта мотоцикл водителдәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, мототранспорт ҡатнашлығында хәл-ваҡиғалар һигеҙ осраҡҡа артҡан.
“Мототранспорт хужаларынан юлда айырыуса иғтибарлы булыуҙарын, һәр саҡ башлыҡ кейеүҙәрен, тиҙлек режимын күҙәтеүҙәрен һәм икенсе һыҙатҡа күскәндә ҡағиҙәләрҙе үтәүҙәрен һорайбыҙ”, – ти баш ҡаланың дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас