Хәүефһеҙлек
3 Июнь 2021, 11:30

Хәбировтан бүләккә – ат!

Хужаның аты байрамға китеп барған саҡта аварияға эләгеп һәләк булғайны...

Ат арбаһында ултырып, милли байрамға китеп барған кешеләр өҫтөнә машина килеп бәрелгән аварияның видеояҙмаһы бар республика халҡын тетрәндергәйне. Ул саҡта биш кеше төрлө йәрәхәттәр алды, уҡытыусы ҡатын аяҡһыҙ ҡалды. Бәрелештең иң ауыр урынын үҙенә алған меҫкен атты иһә йәрәхәттәре бик ҡурҡыныс булғанлыҡтан үлтерергә мәжбүр булдылар.
Был ваҡиғанан һуң урынға, Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе барҙы һәм халыҡ менән осрашты. Шул саҡта ул аттың хужаһына яңыһын бүләк итергә вәғәҙә биргәйне.
Вәғәҙә - иман! Бөгөн атын юғалтҡан Марсель Шәрифуллинға ике йәшлек орлов тоҡомло юртаҡ атты килтереп биргәндәр ҙә. Бүләкте Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова тапшырған. Был турала район журналисы Анфиса Ишмөхәмәтова хәбәр итә.
"Радий Хәбировҡа бындай көтөлмәгән бүләк өсөн ҙур рәхмәтемде еткерәм. Мин үҙемдең тормошомдо атһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Иғтибары һәм ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт", - тигән Марсель Шәрифуллин.
Юртаҡтың исеме - "Забава". Ул бик темпераментлы һәм сапсан. Хужаһына уны өйрәтеп алырға кәрәк.
Ул саҡта Радий Хәбиров йәрәхәтләнгән кешеләрҙе ныҡлап дауалаясаҡбыҙ, ә ауыл клубын ремонтлап, янында парк булдырасаҡбыҙ тиәйне.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас