Хәүефһеҙлек
3 Июнь 2021, 05:15

"КамАЗ" аҫтында ҡалғандар

Тикшерә башлағас, үҫмерҙең дә, йөк машинаһына идара иткән ирҙең дә водитель танытмаһы булмауы асыҡланған...

Ҡырмыҫҡалыла ике үҫмер "КамАЗ" менән юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған.
Асыҡланыуынса, аяныслы хәл 1 июндә, көндөҙгө сәғәттәрҙә булған.
Ҡырмыҫҡалы ауылының Совет урамында 16 йәшлек Өфө егете “Альфа” мопедында алда китеп барған йөк машинаһын уҙырға ниәтләгән. Һөҙөмтәлә, һул яҡҡа боролам тигәндә, ул идараны юғалтып, юл ыңғайы китеп барған бетон ташыған "КамАЗ" менән бәрелгән.
Авария һөҙөмтәһендә мопед пассажиры, 17 йәшлек үҫмер төрлө тән йәрәхәттәре алған, уны дауаханаға оҙатҡандар.
"КамАЗ" рулендә 48 йәшлек ошо ауылда йәшәгән ир булған.
Тикшерә башлағас, үҫмерҙең дә, йөк машинаһына идара иткән ирҙең дә водитель танытмаһы булмауы асыҡланған. Унан тыш, малайҙар мотошлемһыҙ хәрәкәт иткән.
Хәлде тикшереү дауам итә.
Ә башҡаларға һабаҡ булһын ине: юл ҡабаланғанды һәм хаталарҙы ғәфү итмәй, унан тыш танытмаһыҙ юлға сығыу – үҙе үк енәйәт. Ата-әсәләр ҙә балаға мопед ише транспорт һатып алып бирер алдынан, уйланһын ине: яуапһыҙлыҡ фажиғәгә килтереүе ихтимал.
Фото республиканың ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Д. Ғилметдиновтың блогынан.
Читайте нас