Хәүефһеҙлек
3 Июнь 2021, 15:00

Шашлыҡ ҡурам тип...

Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡабул итеү бүлексәһенә “Ашығыс ярҙам” бригадаһы тәне бешкән ирҙе килтерә. Асыҡланыуынса...

Әле шашлыҡ ҡурыу өсөн иң ҡулай һәм йәмле мәл. Әммә был шөғөлдөң һаулыҡ өсөн дә, тирә-яҡ мөхиткә лә ҙур зыян килтереүе ихтимал.
Майҙың һуңғы көндәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡабул итеү бүлексәһенә “Ашығыс ярҙам” бригадаһы тәне бешкән ирҙе килтерә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 41 йәшлек ирҙең аяҡтары, һул ҡулы, саты, дөйөм алғанда, 10-13 процент тәне янған. Уның хәлен табиптар уртаса ауырлыҡта тип баһалаған һәм тән бешеүе бүлексәһенә һалған.
“Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауылында, үҙ ихатаһы алдында бәләгә тарыған. Янғындың сәбәбе – мангалда махсус шыйыҡса ярҙамында усаҡ яндырырға маташҡан саҡта ут менән һаҡһыҙ эш итеү”, – тип билдәләйҙәр ведомствола.
Ҡотҡарыусылар әле йәйге шашлыҡ миҙгеле башланыуын күҙ уңында тотоп, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында хәтергә төшөрҙө.
- шашлыҡ ҡурыу урынын дөрөҫ һайларға кәрәк – уның тәрәнлеге - 0,3 метрҙан, диаметры бер метрҙан кәм булмаҫҡа тейеш. Йәки ғәҙәти мангалды ҡулланығыҙ.
- иң яҡын төҙөлөш ҡаралтыһына тиклем кәмендә биш метр ара ҡалырға тейеш. Ике метр радиусында тирә-яҡты таҙартырға кәрәк. Шулай хәүефһеҙерәк.
- шашлыҡ ҡурғанда күмер менән файҙаланығыҙ. Уны һалғас, өҫтөнә яндыра торған шыйыҡса өҫтәп, өс минут һеңгәнен көтәһегеҙ, шунан һуң ғына ут тоҡандырырға ярай. Бешерә башлағас, шыйыҡсаны башҡа һипмәгеҙ, уттың ныҡ итеп янып китеүе ихтимал. Янығыҙҙа һәр ваҡыт һыу булһын, кәрәк булһа, утты һүндереү өсөн тотонорға.
Фото: na-dache.pro
Читайте нас