Хәүефһеҙлек
4 Июнь 2021, 11:00

Дүрт тапҡыр түңкәрелгән

Ике ҡатын һәләк булған. Береһе салондан сығып осҡан...

Кисә таң менән Кушнаренко районында Дмитриевка-Кушнаренко автомобиль юлының 20-се километрында ҡурҡыныс авария булды. 46 йәшлек Өфө кешеһе “Лада Калина” машинаһында хәрәкәт иткән саҡта, боролошта юлдан оса һәм түңкәрелә.
ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, водитель машинаға идараны юғалтҡан. Авария бик ҡурҡыныс була: автомобиль ауғандан һуң дүрт тапҡыр түңкәрелә.
Бындай ҡурҡыныс авария ҡорбандарһыҙ үтмәгән. Ике пассажир - 56 һәм 39 йәшлек ҡатындар һәләк булған. Билдәле булыуынса, алда ултырған ҡатын урында үлә. Икенсеһе артта ултырған һәм хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған. Машина түңкәрелгән саҡта ул салондан сығып осҡан. Водитель ир йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Йәнә шуныһы билдәле, авария булған урынды яңыраҡ ҡына капиталь ремонтлағандар. Фажиғә ваҡытында ямғыр яуып торған. Әле ЮХХДИ инсекторҙары тикшереү башлаған.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас