Хәүефһеҙлек
4 Июнь 2021, 15:30

Тәмәкеһе генә быҫҡып ятып ҡалған...

Күршеләре йән өҙгөс тауышҡа йүгереп килеп инеп, аяныслы күренешкә шаһит булған. Асыҡланыуынса...

Кисә баш ҡала эргәһендәге шәхси участкаларҙың береһендә фажиғә булған: тәрән итеп ҡаҙылған ҡоҙоҡтарҙың береһенә 54 йәшлек ир төшөп киткән.
Күршеләре һөйләүенсә, улар тәүҙә участка яғынан ҡот осҡос тауыш ишеткән, тиҙҙән ул өҙөлгән. Кешеләр борсолоп, нимә булғанын асыҡларға ҡарар иткән. Участкаға ингәс, тәүҙә бер кемде лә күрмәгәндәр, тик асыҡ торған ҡоҙоҡ янында быҫҡып ятҡан тәмәке генә тапҡандар. Аҫта иһә - күршеләре...
Кешеләр тиҙ арала ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан, ваҡиға урынына “Ашығыс ярҙам”, полиция хеҙмәткәрҙәре килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир үҙе ҡаҙҙырған 12 метр тәрәнлектәге ҡоҙоҡҡа башы менән ҡаҙалып төшөп һәләк булған. Уның йәнһеҙ кәүҙәһен сығарғандар, ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Фото: Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы.
Читайте нас