Хәүефһеҙлек
4 Июнь 2021, 12:00

Яңылыш ғүмерен ҡыйҙылар...

Новосибирскиҙа 19 йәшлек Вәкил Абдуллаев менән хушлаштылар. Йәш кеше яңылыштан эләккән пуля арҡаһында яҡты донъя менән хушлашты.

31 майҙа Новосибирскиҙа 19 йәшлек Вәкил Абдуллаев менән хушлаштылар. Йәш кеше яңылыштан эләккән пуля арҡаһында яҡты донъя менән хушлашты. Ҡанлы ваҡиға 28 майҙа уҡ булғайны.
Мkset сығанаҡтары буйынса, Вәкил Абдуллаев Башҡортостанда тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлаған йылды ғаиләләре Новосибирскиға күсенгән.
Фажиғә булыр көндө Вәкил дуҫтары менән Томскиҙан Новобирскиға китеп барған. Ниндәйҙер мәлдә водитель тиҙлекте кәрәгенән арттырып ебәрә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген боҙоусыларҙы юл-патруль хеҙмәткәрҙәре лә аңғара һәм арттарынан ҡыуа төшә.
Эш боҙған егеттәр туҡтап, йәйәү ҡасырға маташа. Дуҫтарының береһен эләктергәс, Вәкил хоҡуҡ һаҡсыларынан уны һалдырып алырға тырыша. Уның менән айҡалашҡан мәлдә хоҡуҡ һаҡсыһы яңылыштан атып ебәрә һәм пуля егеттең башына эләгә.Ул ике көндән дауаханала йән бирә. Вәкилдең нисек итеп һәләк булыуы яҙҙырылған видео социаль селтәрҙәрҙә йөрөй.
"Новая газета" мәғлүмәттәренсә, ҡорал ҡулланыусы - полицияның өлкән лейтенанты 38 йәшлек Александр Гусев. Әлеге ваҡиғанан һуң Тәфтиш комитеты һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кешене ауыр яралау, шулай уҡ көс һәм махсус саралар ҡулланып, вәкәләттәрҙе арттырыу тигән статьялар буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ә ҡорал ҡулланған хеҙмәткәр ике айға һаҡ аҫтына алынған.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас