Хәүефһеҙлек
5 Июнь 2021, 04:00

Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү бәләнән һаҡлаясаҡ

Ҡотҡарыусылар кеше батып барғанда ниҙәр эшләргә кәрәклеген күрһәтте. Барыһы хаҡында - яҙмала.

4 июнгә ҡарата республикала 44 кеше һыуҙан сығарылған, уларҙың 12-һе батып барған, өсәүһе - балалар. Бар осраҡтар ҙа рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлгән.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына 54 муниципаль бермәмектән 120 урында пляж ойошторолмағаны хаҡында мәғлүмәт хаты килгән. Был былтырғыға ҡарағанда 30 урынға күберәк. Ведомство хәүефте кәметеү маҡсатында ял өсөн тик рәсми һыу инеү урындарын һайларға тәҡдим итә. Һис ҡасан уяулыҡты юғалтмау мөһим, бигерәк тә эргәлә балалар булғанда.
4 июндә Өфөнөң “Ҡояшлы” пляжында ҡотҡарыусылар кеше күҙ алдында һыу аҫтына киткәндә нимә эшләргә кәрәклеген күрһәтте.
Һыуға ташланыр алдынан бер секунд туҡтап, уйлап алығыҙ. Эргәгеҙҙә ҡотҡарыу сараһы юҡмы? Ул кешенең йөҙөүсәнлеген көсәйткән ниндәй булһа ла әйбер һәм уға ташларлыҡ булһын: ҡотҡарыу түңәрәге, бау, таҡта, пластик баллон. Бәлки, эргәгеҙҙә берәй кәмә булыр. Берәйһен ярҙамға саҡырыу мөмкиндер?
Батып барған кешегә яҡынайғас, хәлһеҙләнгән йөҙөүсене тынысландырырға һәм дәртләндерергә тырышығыҙ. Быға өлгәшә алһағыҙ, шулай уҡ үҙен контролгә алғанына инанғас, унан үҙегеҙҙең яурынығыҙға тотоноуҙы һорағыҙ.
Батып барған кеше эргәһенә килгәс, уның аҫтынан сумып, ярға сығарыу өсөн артына сығырға тырышығыҙ. Ярға килтергәс, зыян күреүсене ҡарағыҙ. Тәүҙә башын бер яҡҡа бороп, ауыҙын һәм танауын таҙартығыҙ. Унан тубығығыҙға эсе менән һалып, көслө итеп баҫып, ашҡаҙанынан, тын юлынан һыуҙы сығарығыҙ. Быны тиҙ эшләргә кәрәк, шулай уҡ зыян күреүсене йәһәтләп арҡаһына бороп һалығыҙ, билбауын, төймәләрен сисеп, яһалма тын алыу эшләй башлағыҙ. Ярҙамды ике кеше күрһәтһә яҡшыраҡ, берәү яһалма тын алдырһа, икенсеһе йөрәгенә тура булмаған массаж эшләй, “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе туҡтарға ярамай. Әгәр эргәлә кешеләр булһа, уларға ҡотҡарыусыларҙы саҡырырға ҡушығыҙ. Ашығыс хеҙмәттәрҙе 112 телефоны аша саҡырырға кәрәк. Белгестәр килгәнсе зыян күреүсене яңғыҙ ҡалдырмағыҙ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары рөхсәт ителмәгән урындарҙа, шулай уҡ эскән килеш һыу инеү һәм балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу һәләкәткә илтеүе хаҡында иҫкәртә. Ҡайһы саҡта эпилепсия, гипертония, астма кеүек сирҙәр һыуҙа батыуға булышлыҡ итә.
Һыу менән бәйле ошо ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, хәүеф булмаясаҡ:
  • рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инегеҙ;
  • көслө ағымлы һәм текә ярлы, батҡаҡлы, үлән менән ҡапланған урындарҙа һыуға төшмәгеҙ;
  • һыу инеү ваҡыты 15-50 минуттан үтергә тейеш түгел, был ваҡыт өс-биш минутҡа яйлап арттырылырға тейеш;
  • эскән килеш һыуға төшөргә ярамай;
  • ярҙан алыҫ китмәгеҙ, сөнки үҙ көсөгөҙҙө баһалап етмәүегеҙ ихтимал;
  • үтеп барған судноларға яҡын бармағыҙ, ҡалҡыуыстарҙан аша китмәгеҙ.
  • Фото: @mchsr
    Читайте нас