Хәүефһеҙлек
5 Июнь 2021, 14:00

"Был аҡса һөйгәнем өсөн ине..."

Майҙа Иглин районы ауылдарының береһендә оло йәштәге инәй менән бабай вәхшиҙәрсә үлтерелгәйне. Әле асыҡланыуынса...

Майҙа Иглин районы ауылдарының береһендә оло йәштәге ирле-ҡатынлының үле кәүҙәләре табылғайны.
Тикшереү барышында 79 йәшлек ҡатындың һәм уның 84 йәшлек иренең вәхшиҙәрсә ғүмерҙәрен өҙөүҙәре, аҙағыраҡ иһә быны бер әҙәм аҡтығының һөйгәненә бүләк яһау өсөн эшләгәне асыҡланды.
Полицияға ваҡиға булған Боланторған ауылы кешеһе мөрәжәғәт иткән, тап ул ҡурҡыныс хәлде тәүге булып асыҡлаған. Енәйәт урынын ҡараған полиция хеҙмәткәрҙәре йыуылған балта табып алған: билдәле булыуынса, тап уның менән енәйәтсе оло йәштәге парға һөжүм иткән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Новгород өлкәһендәге коллегалары менән берлектә кеше үлтереүсенең эҙенә төшкән. Уның Силәбе өлкәһендәге Әшә ҡалаһынан 34 йәшлек кеше икәнлеге билдәләнгән. Был әҙәм уға тиклем дә уғрылыҡ, үлтереү менән янау, тән йәрәхәттәре яһау өсөн хөкөмгә тарттырылған булған. Енәйәтсене Бөйөк Новгород ҡалаһында, бергә йәшәгән ҡатынының фатирында ҡулға алғандар, унан Өфөгә килтергәндәр.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүҙәренсә, был әҙәм оло йәштәге кешеләргә хужалыҡ буйынса төрлө эштәрен башҡарышҡан. Шул ваҡытта өйҙә аҡсалары барлығын белеп ҡалған. 14 майҙа иһә ауылға килеп, ололарҙың мунсаһында йәшенгән һәм әбей менән бабай баҡсаға сыҡһа, өйгә инеп, аҡса урлармын тип ниәтләгән. Тик уны бабай мунсала күреп ҡалған.
Ҡыуа башлағас, енәйәтсе оло йәштәге кешегә ташланып, башына балта менән һуҡҡан. Унан өйгә йүнәлгән, ә юлында хужабикә осраған. Енәйәтсе инәйгә лә һөжүм иткән. Унан йортҡа инеп, шкафта 20 мең һум аҡса тапҡан, ололарҙың телефондарын иһә ауыл янындағы һыуға ташлап киткән.
Енәйәтсе быны Новгород өлкәһендәге һөйгәне өсөн эшләнем тип бара. Әйткәндәй, енәйәт ҡылғандан һуң ул ун мең һум аҡсаны шул ҡатын иҫәбенә күсергән, ҡалғанын үҙе тотонған.
Енәйәт эшен тикшереү дауам итә, тиҙҙән ҡәбәхәт язаһын аласаҡ.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Читайте нас