Кисә кис Ауырғазы районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Ишле - Яңы Атйетәр юлының 4-се километрында "Лада Калина" автомобиле рулендәге Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 53 йәшлек ир, идара итеүҙе юғалтып, юлдан ситкә оса һәм түңкәрелә. Бәхеткә күрә, иҫән ҡала. Әммә төрлө тән йәрәхәттәре алып, дауаханаға оҙатыла. Уның автомобилгә эскән килеш идара иткәне асыҡланған. Әле осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара.
Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте тәртиптәрен боҙоуҙың 2600-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, ун авария булған, уларҙа ун кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, эскән килеш рулгә ултырған 55 водитель туҡтатылған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!