Юлдарҙа патруль машиналары күп осратһағыҙ, аптырамағыҙ, сөнки Башҡортостандың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, һәр ваҡыттағыса, ял көндәрендә көсәйтелгән режимда эшләй. Был республика юлдарында авариялар һанын кәметеү, хәрәкәт ҡағиҙәләрен боҙған һәм эскән килеш рулгә ултырған водителдәрҙе асыҡлау маҡсатында уҙғарыла.
Бындай рейдтар барышында автомобилдәрҙе туҡтатып, документтарҙы ла тикшерәләр, тип хәбәр итә Өфө дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәте.
“Бер ваҡытта ла эскән килеш рулгә ултырмағыҙ, ә юлға сығыр алдынан барлыҡ документтарығыҙҙың теүәллеген, транспорт сараһының төҙөклөгөн тикшерегеҙ. Үҙегеҙ ҙә, пассажирҙарығыҙ ҙа хәүефһеҙлек ҡайышын таҡһын”, – тип кәңәш итәләр ведомствола.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, автомобиль хәрәкәт сараһы ғына түгел, ә хәүеф сығанағы ла булып тора. Яңылышлыҡтарҙы, ғәмһеҙлекте, ашығыуҙарҙы, ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙе ғәфү итмәй. Уҙған тәүлектә республика юлдарында ун авария теркәлгән, ун кеше тән йәрәхәттәре алған. Был хәлдәр булмаҫ та ине, әгәр һәр водитель һәм йәйәүле тейешле тәртипте боҙмаһа.
Ялдарығыҙ матур үтһен, теләгән ерегеҙгә имен-һау барып етеүегеҙҙе теләйбеҙ!