Хәүефһеҙлек
6 Июнь 2021, 07:00

Районда бал ҡорттары ҡырыла...

“Был ерҙәрҙә хәҙер еләк-емеш, үлән, бәшмәк йыйырға яраймы?” – тип һорай халыҡ. Бар һорауҙарға яуаптар - яҙмала.

Һуңғы йылдарҙа Йылайыр районы урмандары парһыҙ ебәк күбәләгенән зыян күрә. План буйынса, быйыл был ҡоротҡостарҙан ҡотолоу өсөн эшкәртеү бара. Әле был бурыс урмандың утыҙ процентында атҡарылған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Дмитриевка, Суйынсы-Сулпан, Талиха, Үрге Ғәле, Иван-Ҡыуалат ауылдарында бал ҡорттарының үлеүе күҙәтелгән. Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов ошо хаҡта социаль селтәрҙә белдерҙе.
“Эшкәртеү тағы ла ике аҙна дауам итәсәк, тимәк, бал ҡорттарының һәләк булыу хәүефе ҙур. Белгестәр менән кәңәшләшеүҙән асыҡланыуынса, ҡорттарҙы һаҡлауҙың берҙән-бер һәм һөҙөмтәле ысулы – уларҙы урман эшкәртелгән урындарҙан алыҫҡа алып китеү. Йылайыр урмансылығы өсөн – Яманһаҙ, Матрай, Сәлим; Ҡананикольск урмансылығы өсөн Иван-Ҡыуалат, Урыҫ Бирҙәше ауылдары эргәһенә барып урынлашыу тәҡдим ителә. Һорауҙар булһа, ауыл биләмәләре башлыҡтарына – Ислам Нуретдин улы Игебаевҡа (8(34752) 2-33-59), Сергей Александрович Гавриловҡа (8(34752) 2-85-34 йәки 8(34752) 2-87-19) телефондары буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Бар умартасыларҙан да бал ҡорттарын күсереүҙәрен һорайым. Бал ҡорттарының үлеү осраҡтары буйынса Йылайыр районының ветеринария станцияһына (Йылайыр ауылы, Серков урамы, 82, тел. 7(34752)2-22-15) мөрәжәғәт итегеҙ”, – тип белдерә район хакимиәте башлығы.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Йылайыр урмансылығы биләмәһендә бал ҡорттарын күсереү өсөн Сыуаш Бирҙәше, Анновка ауылдары янында өҫтәмә урындар тәҡдим ителә.
Халыҡ: “Эшкәртелгән биләмәләрҙә еләк-емеш, үлән, бәшмәк йыйырға мөмкинме?” – тип ҡыҙыҡһына. Белгестәр аңлатыуынса, эшкәрткән ваҡытта ла, унан һуң да карантинды күҙәтергә кәрәк, йәғни ун көн үткәнсе еләк-емеш, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйыу тыйыла, һөт биргән малды – биш көндән, быҙау һәм башмаҡтарҙы өс көндән һуң ғына был урындарға ебәрергә мөмкин. Тыйыуҙар бесән сабыуға ҡағылмай.
Башҡортостан урман фонды ерҙәрендә зыянлы ҡоротҡостар сығанағын бөтөрөү буйынса саралар үткәреүгә ярашлы, республика Урман хужалығы министрлығының 4 июнендәге бойороғо нигеҙендә, 5 июндән 25 июнгә тиклем граждандарға Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла райондарындағы урмандарға барыу һәм транспорт менән инеү тыйылғаны хаҡында иҫкәртеп яҙҙыҡ. Документҡа ярашлы, министрлыҡҡа ҡараған учреждениелар (урмансылыҡтар, урман хужалыҡтары) урындағы үҙидара органдары, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы менән берлектә ошо тыйыуҙарҙы халыҡҡа киң еткереү буйынса эш алып бара. Патруль-маневр төркөмдәре булышлығында ведомство-ара күҙәтеүҙәр ойошторола, граждандарҙың тәртип режимын үтәүе тикшерелә.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы республика халҡынан был ваҡытта урманға барыуҙан һәм унда транспорт менән инеүҙән тыйылып тороуҙы һорай.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас