Хәүефһеҙлек
6 Июнь 2021, 16:30

Ҡыҙ ҡаянан осоп төшкән

Йәш турист Белорет районында Айғыр ҡаяһына күтәрелгән саҡта бейеклектән ҡолаған. Һөҙөмтәлә...

Белорет районында йәш турист Айғыр ҡаяларына үрләгән ваҡытта аңғармаҫтан өс метр бейеклектән ҡолап төшкән.
Уға ҡотҡарыусылар ярҙамы талап ителгән. Ваҡиға урынына шунда уҡ республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һәм табиптар юлланған. Улар альпинист ҡорамалдары ярҙамында ҡыҙҙы өҫкә күтәргән. Бәхеткә күрә, зыян күреүсе ныҡ йәрәхәтләнмәгән, ул үҙенең төркөмө менән сәйәхәтен дауам итергә теләк белдергән.
Ҡотҡарыусылар йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: ҡаяға үрмәләгәндә, тауға күтәрелгәндә булһынмы, ял итергә сығаһығыҙмы, һәр ваҡыт хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ, уларҙы теүәл үтәгеҙ.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас