

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Башҡортостанда юл-транспорт ваҡиғаһына юлыҡҡан ғаилә ағзаларына медицина ярҙамын күрһәтеүҙе шәхси контролгә алды.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, 5 июндә Салауат ҡалаһында йәшәгән 28 йәшлек ир Федоровка районының Бала-Сытырман - Михайловка юлында “ВАЗ-2115” автомобиле менән юлдан ситкә сығып оса һәм түңкәрелә. Ирҙең водитель танытмаһы булмауы билдәле.
Авария һөҙөмтәһендә биш кеше бәләгә тарый, бер йәштән 11 йәшкә тиклемге дүрт бала һәм водителдең 25 йәшлек ҡатыны төрлө йәрәхәттәр ала.