Хәүефһеҙлек
8 Июнь 2021, 07:00

Был янғын да ҡорбандарһыҙ үтмәне

Ике бала менән бер өлкән кеше үҙаллы сығып өлгөргән дә бит...

Бөгөн төн менән Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында булған янғын саҡ ике ғаиләнең ғүмерен ҡыйманы. Төнгө беренсе яртыла ике хужаға иҫәпләнгән бер ҡатлы йорт янып китә. Ут 120 квадрат метр майҙанда тарала.
Урынға янғын һүндереүселәр саҡырыла. Ете ҡотҡарыусы һәм өс берәмек техника ут менән көрәшә. Янғын һүндереүселәр килеп еткән саҡта ут менән ялманып алған йорттан ике бала һәм бер өлкән кеше үҙаллы сығып өлгөргән була. Әммә ҡорбанһыҙ ҙа үтмәй.
– Янғынды һүндергән саҡта ир кешенең кәүҙәһе табыла. Уға 36 йәш булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ут соландан сыҡҡан. Үлгән ирҙең кәүҙәһе лә шунда табылды, – тинеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.
Тәүтикшереүсе менән тәфтиш-оператив төркөм янғындың сәбәптәрен асыҡлау менән шөғөлләнә башлаған.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте
Читайте нас