Федераль суд приставы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Учалы район-ара бүлегенең суд приставтары, суд ҡарарын үтәп, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн Учалы районы мәҙәниәт йортона ҡараған 28 мәҙәниәт усағының эшмәкәрлеген туҡтатҡан.
Мәғлүм булыуынса, Учалы район суды мәҙәниәт йортона ҡараған биналарҙа һәм бүлмәләрҙә янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоуҙарҙы бөтөрөү тураһында икенсе тапҡыр иҫкәртеү яҙыуға ҡарамаҫтан, билдәләнгән ваҡытҡа етешһеҙлектәр бөтөрөлмәгәнен асыҡлай. Был эш материалдарында күренеүенсә, бюджет учреждениеһының Учалы ҡалаһында, райондың 27 ауылында урынлашҡан биналарында һәм бүлмәләрендә янғын хәүефһеҙлеге талаптары күҙәтелмәгән, йәғни янғынды иҫкәртеү ҡорамалдары, ут сыҡҡанда кешеләрҙе эвакуациялау идаралығы системалары юҡ, эвакуациялау юлдары, сығыу урындары йыһазландырылмаған.
Суд, бындай боҙоуҙарҙың кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙырыуын иҫәпкә алып, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөргәнсе райондағы һәм ҡалалағы 28 мәҙәниәт учреждениеһының эшмәкәрлеген туҡтатырға ҡарар иткән.
Фото: Федераль суд приставы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы.