Нуриман районында үҙен газ хеҙмәтенән тип өлкән йәштәгеләрҙе талап йөрөгән әҙәмде тотҡандар.
Элек был кеше ысынлап та газ хеҙмәтендә булған, тик эштән сығарылған. Намыҫһыҙ әҙәмдә оло йәштәге фатир хужаларының исемлеге, шулай уҡ ғәмәлдән сыҡҡан газ иҫәпләгес приборҙар ҡалған. Ошо ҡорамалдарҙы ул тәҡдим итеп йөрөгән дә инде. Ышаныусан оло кешеләрҙең өйөнә үтеп, иҫәптән төшөрөлгән счетчиктарҙы ҡуйған һәм "эше" өсөн ун мең һум һораған.
Артабан хәл-ваҡиға уғрыларҙың таныш сценарийы буйынса киткән: аҡса һаҡланған урынды белгәс, урлап, сығып ҡасҡан. Әммә һуңғы ике осраҡ буйынса зыян күреүселәр полицияға тиҙ генә хәбәр иткән, шул арҡала бурҙы ла "эҫе" мәлендә эләктергәндәр. Ир 130 мең һум аҡсаны урлауын инҡар итмәгән. Намыҫһыҙ әҙәмгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Ниндәй хеҙмәттән килһәләр ҙә, тәүҙә тартынмайынса танытмаһын һорағыҙ, кәрәк икән, ул туралағы мәғлүмәтте телефон аша белешегеҙ, тип иҫкәртә хоҡуҡ һаҡсылары.