Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә автомобиль юлдарында алты авария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған һәм бишәү йәрәхәтләнгән.
Фажиғәле юл-транспорт ваҡиғаһы Йылайыр районындағы Юлдыбай – Аҡъяр – Сара автомобиль юлының беренсе саҡрымында булған. Баймаҡтан 39 йәшлек ир “Hyundai Santa Fe” автомобилендә оҙайлы боролошта юл ситенә түңкәрелә. Ул ваҡиға урынында һәләк була. Әле аварияның сәбәбе асыҡлана.
Республиканың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2200 осрағын асыҡлаған, эскән килеш рулгә ултырған 30 водитель тотолған. Шулай уҡ ҡыуып алып кителгән ике автомобилде тапҡандар.