Хәүефһеҙлек
10 Июнь 2021, 15:30

Өфөлә төндә ер уйылған...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Бөгөн төнгө 01.40 сәғәттә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Өфөнөң Яр буйы урамында Ағиҙел күпере аҫтында юл ситенең уйылып төшкәне хаҡында хәбәр итәләр.
Асыҡланыуынса, баш ҡалала уҙған көслө ямғыр эҙемтәһендә юл буйы уйылып төшөп, автомобиль юлын тулыһынса ҡаплаған. Ваҡиға урынын ҡарағас, күперҙең терәүҙәре зыян күрмәгәнлеге асыҡлана. Бәхеткә күрә, кешеләр ҙә ҡазаға юлыҡмаған.
Хәл күҙәтеү аҫтына алынған, тейешле саралар күрелә. Уйылып төшкән ерҙе сығарыуға биш йөк автомобиле һәм ике тейәгес йәлеп ителгән.
Фото: @mchsr.
Читайте нас