Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Июнь 2021, 11:00

Күп балалы ғаиләлә янғын сығып...

Ғаилә башлығы менән дүрт йәшлек ҡыҙы һәләк булған.

Бөгөн төн менән Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылында тораҡ йортта янғын сыға. Ут сығыуы тураһында ҡотҡарыусыларға 2.41 сәғәттә хәбәр килә.
Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы көстәре һәм Батыр ауыл советының ирекле янғын командаһы йүнәлтелә. Ут сығыуы тураһында ҡотҡарыусыларға һуң әйтәләр, шуға күрә улар килеп еткән саҡта йорт тулыһынса ут менән ялмап алынған була.
Төнгө дүрттә утты тулыһынса һүндереүгә өлгөшөләр. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ике кешенең кәүҙәһе табала. Янғында 1979 йылғы ир менән 2017 йылда тыуған ҡыҙ бала һәләк була. Уларҙың аталы ҡыҙлы булғаны билдәле.
Был йортта биш кешенән торған күп балалы ғаилә йәшәгән. Шифонер шатырлай башлағанын ишеткәс, иң тәүҙә әсә кеше уяна һәм соланға сыҡҡас янғынды күреп ҡала. Ул йүгереп инеп залда йоҡлаған ире менән балаларын уята башлай. Ишек аша сығыу мөмкин булмай. Ғаилә башлығы тәҙрәне вата һәм ҡатыны менән ике балаһына сығырға ярҙам итә. Тик үҙе һәм дүрт йәшлек ҡыҙҙары өлгөрмәй ҡала...
- Ут менән 23 кеше һәм 10 берәмек техника көрәшә. Әле урында янғын лабораторияһы, тәфтиш-оператив төркөм һәм тәүтикшереүселәр эшләй. Уларға янғындың сәбәптәрен асыҡларға кәрәк, – тиҙәр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.
Читайте нас в