Бөгөн төн менән булған ҡот осҡос янғындың ниндәй шарттарҙа булыуы асыҡланды. Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, Ауырғазы райоынының Көйәҙебаш ауылында йәшәгән күп балалы ғаиләнең йортонда ут сыға. Ҡатын кеше шифонер шартлауынан уянып китә. Соланға сығып, унда ут ялмап алғанын күрә һәм кире йүгереп инеп ире менән балаларын уята башлай.
“Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итеүе буйынса, ғаилә башлығы, 42 йәшлек Сергей икенсе бүлмәгә йүгереп сыға һәм тәҙрәне ватып ҡатыны менән ике балаһына сығырға ярҙам итә. Әммә дүрт йәшлек ҡыҙы ҡурҡып өй эсенә инеп китә. Сергей уны эҙләргә тип артынан китә һәм төтөндән иҫен юғалта. Һөҙөмтә бик аяныслы: атай ҙа, бала ла һәләк була.
Был ғаиләне бөтәһе лә тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай.
– Бик һәйбәт, эшлекле ғаилә. Әсәләре балалары өсөн барыһын да эшләй, уларҙы бик ярата. Улар бәхетле ине. Янған йорттары янында яңыһын төҙөй башлағайнылар. Бик йәл, – тигән күршеләре.
Ире менән балаһын юғалтҡан ҡатын әле шок хәлендә. Уның янына туғандары килгән һәм ерләү менән ярҙам итәсәктәр. Беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.