Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ ҡалаһының Тыныслыҡ һәм Богдан Хмельницкий урамдары сатында "Chevrolet Lanos" менән "Datsun on-DO" автомобилдәре бәрелешә.
Һөҙөмтәлә өс кеше "Ашығыс ярҙам"да дауаханаға оҙатыла. Улар - тәүге автомобиль водителе һәм уның пассажиры, шулай уҡ икенсе машина салонындағы 37 йәшлек пассажирға ла медицина ярҙамы талап ителгән. Авария сәбәптәре асыҡлана, осраҡ буйынса тикшереү эштәре бара.
Тәүлек әйләнәһенә республика юлдарында һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, аварияла 13 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!